Ирина Нуриева (Мусина) — Илеш районының Иҫке Татыш ауылы ҡыҙы. Тыуған яғында урта мәктәпте тамамлағас, республикабыҙҙың “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә эшләй. Әлеге көндә Салауат районының “Йүрүҙән” гәзитендә хаттар һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
Ул — Иҙел һәм Наҙгөл исемле балаларҙың әсәһе.
***
Был бит минең ғәзиз тыуған ерҙәр —
Алтын баҫыу, хәтфә болондар.
Ерем, һиңә тик тыныслыҡ теләп,
Туғайҙарҙа саба ҡолондар.
Был бит минең тыуған ерҙәр инде,
Зәңгәр күлдәр табан балыҡлы.
Бер ни үҙгәрмәгән, әллә беҙ ҙә
Бала саҡта мәңге ҡалдыҡмы.
Бары минең тыуған ерҙә генә
Ҡояш балҡый сабый йөҙөнән.
Мөлдөрәмә генә нур бөркөлә,
Тамсы гөлдөң зәңгәр күҙенән.
Бары минең тыуған ерҙә генә
Ҡыҙҙар йыры, гармун моңдары.
Бары беҙҙә шулай алһыуланып,
Бәхет теләп ата таңдары.
Бары беҙҙә түп-түңәрәк ҡояш,
Офоҡтарға төшә тәгәрләп.
Йәп-йәш әсә килә, ҡулдарына
Киләсәкте тотҡан ҡәҙерләп.
Бары минең тыуған ерҙә генә
Моң түгелә ҡоштар теленән.
Шаярыпмы, йомшаҡ шаян елкәй
Күк сирендең ҡосҡан биленән.
Бары сикһеҙ зәңгәр киңлектәрҙә
Күкрәктәрҙе тулт(ы)рып тын алам.
Ғәзиз тыуған ерем, бары һиндә
Күңелдәргә дауа мин табам.
***
Кешеләргә йылы һүҙҙәр әйт һин,
Күңелдәрен бер аҙ күтәреп.
Шул сағында улар йылмайырҙар,
Ауырлыҡты еңел үткәреп.
Кешеләргә изге теләк телә,
Уңып торор һәр саҡ юлдары.
Шул сағында еребеҙҙе йәмләп,
Яңғырарҙар шатлыҡ йырҙары.
Кешеләргә ҡыуаныстар килһен,
Бәхеттәре торһон гел ташып,
Наҙлы хистәр тамһын йөрәктәрҙән,
Һөймәгәндәр һөйһөндәр шашып.
Был донъяла беҙ ҡунаҡта ғына, —
Еребеҙҙе һөйөп, яратып,
Тереләрҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәйексе әле йән атып.
Сәскәлектә Һин кил әле бынау сәскәлеккә,
Сәскәлектә быйыл йәйләйек.
Һағыштарҙан ҡатҡан күңелдәрҙе
Сәскә нурҙарынан йәмләйек.
Мең төҫтәрҙән кемдер балаҫ һуҡҡан,
Нағышынан күҙҙәр ҡамаша.
Гөлгә ҡунып уйнай күбәләктәр,
Ҡарап тороу — үҙе тамаша!
Сәскәләрҙән наҙ һәм сафлыҡ алып,
Йөрәктәргә ҡушып бәйләйек.
Һин кил әле бынау сәскәлеккә,
Сәскәлектә генә йәйләйек.
***
Күҙ ҡыҫҡанда яҡты йондоҙ күктә,
Мәңгелектең асып пәрҙәһен.
Зыңлап китте бер ҡыл күңелемдә,
Алып ташлап күңел кәртәһен.
Эх, һин иләҫ йондоҙ, нишләүең был,
Ерҙән эҙләүеңме һөйөүҙе?
Нурың яҡты ла бит, йөрәк — һалҡын,
Белмәйһеңдер янып-көйөүҙе.
Бер ҡарашың менән сихырланың,
Нурға төрөп киттең Ер ҡыҙын.
Онот мине, күк батшаһы, онот,
Осрашмабыҙ инде — юл оҙон...
Ғәйеп итмә, хыялыйҙар булып,
Алыҫ йондоҙҙарға юл алһам.
Эҙләмәгеҙ мине, эй, кешеләр,
Ер йөҙөнән бер саҡ юғалһам.
Янғантауҙа Янғантауҙа булғандарың бармы?
Янғантауҙа зәңгәр ҡаялар.
Йөрәгемдең яныуҙары сикһеҙ,
Был уттарҙан кемдәр аралар.
Сылтыр ғына шишмәләрҙең һыуын
Устарыма һалып эсәйем.
Һөйгән генә йәрем бында микән,
Өҙгөләнә генә эскәйем.
Янғантауҙа йәшел генә урман,
Аҙаштырҙы бөҙрә ҡайындар.
Иҫтәремде юйҙым гүзәллектән,
Китеүҙәре, ай-һай, ҡыйындыр.
Янғантауҙа ихлас кешеләр бар,
Йөҙҙәренән китмәҫ йылмайыу.
Был яҡтарҙа мәңге ҡалырмындыр,
Янғантауҙы ташлап булмай ул.
Бәхет Бәхет, бәхет, һин ҡайҙарҙа ҡалдың?
Күпме эҙләһәм дә тапманым.
Башҡаларға бәхет мул төшкәндә,
Ишегемде ниңә ҡаҡманың?
Бәхет, бәхет, ниндәй төҫтә һуң һин?
Сигелгәнһеңдер ул нағыштан.
Бик күпте лә өмөт итмәйем мин,
Бер осрашыу көтәм яҙмыштан.
Балҡып торһон йөҙҙәремдә ҡояш,
Йөрәгемдә ялҡын дөрләһен.
Йырлап торһон күңел, бары бәхет
Осрашмайса китә күрмәһен.
Бәхет, бәхет, һин ҡайҙарҙа ҡалдың?
Эҙләп, эҙләп тағы тапманым.
Әллә һинме бер аҙ иртәләнең,
Әллә үҙем тағы һуңланым.
***
Ҡаратауға тағы ҡыштар килде,
Аҡ кәпәсен кейгән башына.
Аҡ бурандар йырып менәм әле,
Бер мөғжизә яҙам ташына.
Аҡ ҡар яуғас сәйерерәк был тау,
Серлелеккә йәнә күмелде.
Һаман китмәй унан зәңгәр томан,
Сал сәсенән көмөш түгелде.
Алтын табаҡ ҡына ҡояштың да
Яҡтылығы бер аҙ һүрелде.
Гүзәллеккә сумды сихри донъя,
Ҡышҡы йәйғор күккә үрелде.
Маҡсатыма өлгәшер ҙә инем,
Ҡаратауҙың менһәм башына.
Аҡ йондоҙҙар йырып күтәрелһәм,
Бер мөғжизә яҙам ташына.
Ирина Нуриева.