Ҡиәмәт көнө07.12.2011
(шаярыу ҡатыш)
Күңелемдә Ҡиәмәт көнө,
Минең йөрәк сур өргән.
Үлгән йылдарым терелеп,
Ҡалҡып сыҡты гүренән.
Йылдарымды һынау көтә —
Үткер намыҫ күпере.
Тамуҡҡамы ҡолар улар
Йә ожмахҡа үтерме?
Бала сағым...
Әйҙә, сабый,
Үт һин йәннәт түренә.
Туҡта! Туҡта!.. Шилма малай,
Ҡырын эшең күренә.
Әйләндер әле кеҫәңде,
Күршегеҙҙең алмамы?
Хәйләң, малай, барып сыҡмаҫ,
Алдап булмай Алланы.
Сабыйһың да... Ҡырын эшкә
Яһамайҙар ташлама:
Оло гөнаһтар ҙа ҡай саҡ
Бер алманан башлана...
Хәйер, һеҙҙең ул йолағыҙ
Килә инде борондан.
Язаһын да татығанһың —
Ҡолаҡтарың боролған.
Үт йәннәткә...
Үҫмер сағым... Икеләнмә,
Ниңә йөҙөң ут һымаҡ?
Ғәмәл дәфтәреңдә, былай,
Гөнаһтарың юҡ һымаҡ.
Юҡ һымаҡ...
Һе, туҡта әле,
Ҡарап ҡарайыҡ асып.
Көндәр буйы дәрестәрҙән
Кем йөрөнө һуң ҡасып?
Яңылыш юлдан китеү еңел —
Хата артынан хата.
Күрәһеңме, түш кеҫәңдә
Тартҡан төпсөгөң ята.
Ҡаты ҡуллы атай юҡлыҡ
Һиҙҙергән, буғай, үҙен.
Хәйер, былай, көн аралаш
Күгәреп ҡайтты күҙең.
Үҙеңдең дә ғәйебең бар,
Күп саҡ ғәйепһеҙ инең.
Гөнаһыңды һыҙайым да
Бар, ожмахҡа ин, энем.
Егет сағым...
Ниңә улай
Башыңды эйҙең түбән?
Заманында болоттарға
Етерҙәй ине түбәң.
Хәҙер килеп, ҡырын эштәр
Әллә иҫкә төшәме?
Күрһәтмәксе булып ғәйрәт
Бөкләнең бер шешәне.
Сама тигән нәмә бар ҙа,
Уны-быны уйламай,
Күпме ҡыҙ артынан саптың,
Йә, әйт әле, мут малай.
Әйтмәһәң дә, белеп торам,
Эймә башыңды улай.
Нимә тиһең инде һиңә,
Йәш саҡта ни булғылай.
Ул-был ҡырын эшең өсөн
Өлөштө күп татының:
Уҡлау менән кәрәгеңде
Әҙ бирмәне ҡатының.
Ҡара уны: йәннәттә, тим,
Хурҙарға күп күҙ атма.
И-һи... Тыйып буламы...
Бар, ожмах юлына атла.
...Тамуҡ утына атмаҫтар,
Хөкөм юҡ миңә бүтән:
Ҡылған гөнаһтарым өсөн
Язаны татып китәм.
Салауат Әбүзәров