Күләгә07.12.2011
Аҡыл атым хәҙер
Тышауланды,
Хыялдарым инде
Тай түгел,
Йыһан баҫыуында
Етемһерәп
Ҡупҡан даға ята,
Ай түгел.

Эт өрҙөрөп,
Йәшлек үтеп китте,
Айный төштө бер аҙ
Хистәрем.
Ҡыҙҙар менән түгел,
Күләгәмде
Мин ҡултыҡлап уҙам
Кистәрен.

Бына тағы яңғыҙ.
Яңғыҙлыҡты
Дошманыңа хатта
Теләмә.
...Уйсан башын
Түбән һалындырып,
Йәнәш атлап бара
Күләгә.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад