Пират07.12.2011
Зәңгәр күҙең —
Зәңгәр диңгеҙ...
Күңел ҡапыл
Елкенде.
Һәм ташландым
Ҡосағыңа
Киреп һөйөү —
Елкәнде.

Бәүелтте ярһыу
Тулҡының,
Шығырлап торҙо
Мачта.
Миңә бер ни
Кәрәк түгел
Һинең киңлектән
Башҡа.

Маҡсатыма етмәй
Тынмам —
Ир ат — һәр саҡ
Ир-ат ул!
Әгәр һөйөү диңгеҙ
Булһа,
Диңгеҙҙәге —
Пират ул...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад