Пешка07.12.2011
Шахмат уйынылай миңә
Тормош
Һабаҡ бирҙе:
Хатта ябай пешкалар ҙа
Була ала
"Фирзе"*.

Һирәгәйгәс фигуралар,
Үтеп керә
Тылға.
Төрлө хәрәкәт яһарға
Хоҡуҡ ала
Ҡулға.

...Уйлайым да, иҫем китә,
Нимә көтә
Ерҙе?
Тирә-яҡҡа күҙ ташлаһам,
Күпме пешка —
"Фирзе".
____________
*Ферзь — халыҡ телендә "фирзе" булып йөрөй.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад