Ер өҫтөн төн ҡосаҡлаған07.12.2011
* * *
Ер өҫтөн төн ҡосаҡлаған.
Туңып кителә йондоҙ.
Күҙен йомған ҡала буйлап,
Киләм маҡсатһыҙ, юлһыҙ.

Ел үҙе лә әллә өшөй, —
Һарыла ҡуйыныма.
Күрәһең, уны ла борсой
Йылыныу уйы ғына.

Ҡатып ҡалған ағастарҙың
Шаҡылдап ҡуя теше.
Инде нисәнсе төшөлөр —
Иҙерәп йоҡлай кеше.

Шағир йөрөй урам буйлап,
Йылынып йыры менән.
Күҙҙәренә тамсы тулған
Ирегән йөрәгенән.

Дер ҡалтырап тора йондоҙ,
Бөкөрәйгән туң айым...
Һалҡын тынынан халҡымдың
Туңайым да ҡуяйым...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад