Ярыҡ ялғаш07.12.2011
Өмөтөмдә
Ау шикелле
Тормош —
Диңгеҙгә һалып,
Күпме тапҡыр
Тырышһам да,
Эләкмәй
Алтын балыҡ.

Ауға гел
Сүп-сар эләгә,
Ҡайҙа ташлама —
Сүплек.
Сөнки
Тормош диңгеҙенә
Үҙебеҙ күп
Сүп түктек.

Хәҙер
Терһәк тешләп булмай,
Алтын балыҡһыҙ
Ҡалғас.
Мин —
Диңгеҙ ярындағы ҡарт,
...Йөрәгем —
Ярыҡ ялғаш.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад