Межгорье ҡыҙы һынатманы05.07.2012
Межгорье ҡалаһынан 12 йәшлек Эльвина Мөфтәхетдинова Көньяҡ Кореяла ЭКСПО-2012 Бөтә донъя махсус күргәҙмәһендә Рәсәй экспозицияһының эш программаһына ярашлы ойошторолған “Арктиканың һәм Төньяҡ Боҙло океандың хайуандар донъяһы” тигән балалар һүрәттәре конкурсында беренсе премияны алды.

Йәш рәссам был наградаға “Балыҡ тотҡан пингвин” эше өсөн лайыҡ булды.
Ижади ярышта Мурманск, Владивосток, Калининград, Якутск, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән балалар ҡатнашты. Йәмғеһе 500-гә яҡын эш тәҡдим ителде.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, жюри ағзаларына иң яҡшы биш эште һайлап алыу бик ҡыйынға төшкән.
— Һүрәттәрҙең барыһы ла бик ҡыҙыҡлы, матур, төрлөсә башҡарылған, һәр авторҙың — үҙ стиле, идеяһы, — ти жюри ағзаһы, рәссам, Мода театры һәм “Йәш рәссам” студияһы етәксеһе Яна Сафронова. — Ләкин жюри уртаҡ фекергә килде. Эльвинанан тыш, еңеүселәр иҫәбендә шулай уҡ Мәскәү, Липецк, Коми Республикаһы, Мурманск өлкәһе вәкилдәре бар.
Жюри рәйесе, ЭКСПО-лағы Рәсәй павильоны директоры Татьяна Садофьева әйтеүенсә, Межгорье рәссамының эше сағыу, үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы техника менән башҡарылған.
Ошо уҡ ҡаланан 10 йәшлек Данила Мишнев та “Арктика йәйе” рәсеме өсөн жюриҙың махсус призына лайыҡ булған.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад