Хыял донъя гиҙҙерә05.07.2012
Кеше хыялһыҙ йәшәй алмай. Изге уй-теләк киләсәккә ышаныс менән атларға көс бирә.
Мин донъя буйлап сәйәхәт итергә хыялланам. Илдән илгә йөрөп, тиҫтерҙәрем менән танышырға, уларҙың тормош-көнкүрешенә күҙ һалырға, йолаларын өйрәнергә теләйем. Хыялға ынтылыш ҙур булған һайын, уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә арта, тип уйлайым. Яҡты уй-теләгегеҙ ерҙә ятып ҡалмаһын, дуҫтар!
Хыял — минең ике ҡанат —
Алып китә йыраҡтарға.
Мин белмәгән ҙур илдәргә
Күҙ күрмәгән далаларға.
Хыял — минең кескәй карап —
Йөҙәм тулҡын өҫтөндә.
Диңгеҙҙәрҙе йырып үтәм —
Дауыл уйнай күңелдә.
Хыял — ул ирекле ҡош —
Оса бик күп ерҙәрҙә.
Талмаҫ ҡанаттарында
Күтәрә ул күктәргә.
Лилиә РӘХМӘТОВА.