Гүзәл, бөйөк төйәгем05.07.2012
Ҡуйы урмандарың,
Йылға, туғайҙарың
Һәр ваҡытта иҫтә ҡаласаҡ.
Башҡортостан —
Гүзәл төйәгем һин,
Һиндә үтә минең бала саҡ.

Башҡортостан —
Изге төйәккәйем,
Бөйөк шәхестәрҙе тыуҙырған.
Төрлө-төрлө милләт вәкилдәрен
Йылы ҡуйынына һыйҙырған.

Дауыллы һәм ҡанлы көрәштәрҙе
Күтәргәнһең көслө иңеңдә.
Салауаттай ҡыйыу, батыр улдар
Үҫтерәһең изге ереңдә.

Наил ӘБДИЕВ.


Вернуться назад