Сыр
07.12.2011
Күпме шағир
Күкте данлап,
Йырламай икән
Йырын?!
Тик хәйләкәр күк
Төшөрмәй,
Ныҡ тешләгән Ай —
Сырын.
Мин дә ымһынам
Ул сырға
Алырҙай булам
Ҡармап.
Ләкин шул сыр
Эргәһендә
Тора Етегән —
Ҡармаҡ...
Салауат Әбүзәров
Вернуться назад