Был көндә ауыл янындағы аҡланға килгән һәр кем шатлығын йәшерә алманы. Шулай булмай ни! Тотош ике ырыу йәштәрен берләштергән сара һәр ерҙә лә һәм йыл да үткәрелмәй.
— Сәләм, курсташ! Һин бында нисек килеп сыҡтың? Үҙең икенсе райондан бит!
— Сәләм! Мин Әйле ырыуыныҡы ла баһа. Байрам үтәсәген ишеткәс, елеп килеп еттем.
— Ә мин — Ҡатай ырыуынан. Ошолайтып Ҡыйғы ерендә осрашырбыҙ тип кем уйлаған...
Ҡыйғы районының Алағуз ауылы янында үткәрелгән ҡатай һәм әйле ырыуы йәштәренең йыйынында ошондай шатлыҡлы осрашыуҙарҙы, ихлас йылмайыуҙарҙы, дуҫтарса ҡосаҡлашыуҙарҙы йыш күрергә мөмкин ине.
Йыйындың Йәштәр көнөнә тура килеүе лә осраҡлы түгел. Бындай сарала ойоштороусылар бер атҡанда ике ҡуянды тота, тиһәң дә була. Беренсенән, киләсәктең дилбегәһен ҡулына аласаҡ быуын үҙенең тарихы менән төптәнерәк таныша, бер ыңғайҙан күңелле ял итә.
Йәштәрҙе ҡотлау өсөн сит өлкәләрҙән алыҫ араларҙы яҡынайтып килеүселәр ҙә бар ине. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Нәфисә Төмәнцеваның, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор ансамбленең, шулай уҡ Мәсетленән, Балаҡатайҙан милләттәштәрҙең ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов йыйында ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе еткерҙе:
— Бөгөнгө сағыу көндә беҙ яҡты киләсәккә ынтылып йәшәгән йәштәрҙе тәбрикләйбеҙ, — тине ул. — Йәштәр — илдең киләсәге, тип йыш әйтәбеҙ. Тимәк, киләсәк хаҡында хәстәрлек тә тейешле кимәлдә булырға тейеш. Беҙҙең йәштәр мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Таланттарын күрһәтергә булышлыҡ итеү, изге башланғыстарын яҡлау — төп бурысыбыҙ. Уларға төплө белем биреү, эш шарттары булдырыу, социаль ярҙам күрһәтеү ҡағыҙҙа ғына сағылырға тейеш түгел. Тормошҡа ашырылған мөһим программалар районыбыҙҙың ғына түгел, тотош илдең киләсәген билдәләй. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһынан тәүгеләрҙән булып йәштәр өсөн маҡсатлы программалар тормошҡа аша башланы. “Башҡортостан йәштәре” Президент программаһы күптәргә ныҡлы терәк, сөнки шул арҡала йәш ғаиләләр торлаҡлы булды һәм үҙ хәлен яҡшыртты.
Рафиҡ Хафиз улы әйтеүенсә, быйыл ғына райондан бер нисә ғаилә дәүләт иҫәбенә яңы йорт һалып сыҡҡан. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында йыл да йүнәлтмә буйынса йәштәр юғары уҡыу йорттарына ебәрелә. Былар, әлбиттә, райондың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға тос өлөш индерә.
Йыйында төрлө ярыштар ойошторолдо. Милли көрәшһеҙ ниндәй байрам була ти! Батырҙарҙың майҙанға сығыуын халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алды. 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Артур Зөлҡәрнәевкә етеүсе булманы. Уның хаҡында гәзитебеҙҙә яҙылғайны инде. Артур сит илгә барып, донъя чемпионы дәрәжәһен яулап ҡайтҡан. Ә инде 70 килограмдан да артыҡ ауырлыҡ категорияһында Вадим Зөлҡәрнәев барыһын да салҡан һалды. Шулай итеп, бер туғандарҙың һәр береһе тәкәгә лайыҡ булды.
Ә Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡәрҙәштәр” эстрада төркөмө дәртле йыр-моңдары менән күңелдәрҙе елкендерҙе.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Ҡыйғы районы.