Матурлыҡ эскесеһе07.12.2011
Күпереп торған
Ҡыҙыл шарап кеүек,
Түгелерҙәй ташҡан
Эңерҙең,
Күперектәрен
Ситкә өрә-өрә,
Мин асылын ғына
Һемерҙем.

Был ғүмерҙең
Нәҡ асылы шулай —
Мин асылын эстем
Гел өрөп.
Шуға күрә,
Тиҙ иҫерҙем, буғай,
Ситкә оса торҙо
Күперек.

Айный алмай
Мин китермен ерҙән,
Айный алмай
Ошо шараптан.
Донъя мине, ахыры,
Матурлыҡта
Бер эскесе итеп
Яратҡан.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад