Хәлдәремде һорамағыҙ07.12.2011
* * *
Хәлдәремде һорамағыҙ,
Хәлдәр мөшкөл, алама.
Ҡайҙан килеп юлыҡтым мин
Был суҡынған ҡалаға!?
Талана йән, талана тән,
Ҡоторған эттәй ҡала.
Ҡул һуҙып торған баланың
Ҡарашы өтөп ала.
Ғазаплы йөҙ. Ике тамсы
Ҡунған керпек осона.
Хәлдән килһә, йөрәгемде
Һалыр инем усына.
Йөрәк бында кәрәк түгел,
Хәжәте юҡ хистәрҙең.
Ситлеккә бер килеп ҡапҡас,
Йәнем, хәҙер нишләрһең!?
Бала тора хәйер һорап.
Мин үҙем дә һорансы:
Зинһар өсөн, йылы ҡараш
Бирегеҙсе бер тамсы!..
Салауат Әбүзәров