Әсе07.12.2011
Беҙҙең ауыл ситендәге
күлдең исеме — Әсе.

Бала — бала инде.
Уйында тик уйын,
Уймаҡ сығып ҡуя
Уйындан.
Әсе күле минең күңелемә
Әсә йәше булып
Уйылған.
Мин батҡанмын.
Тартып сығарғандар
Ҡосағынан әсе
Әсенең.
Хәтерләйем бары,
Биттәремә
Тамғанлығын
Әсә йәшенең.
Һыу йотҡанда
Тоймағанмын хатта
Әселеген
Әсе Әсенең.
Тик сәсәнем һәм сәсәйем һаман
Күҙ йәштәрен йотоп
Әсәнең.
...Донъя — Әсе күле.
Батып барам,
Зинһар, йәштәр түкмә,
Әсәйем!
Йөҙә белмәҫ бала түгелмен дә,
Күҙ йәшеңдән ләкин
Сәсәйем...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад