Бөтөн Азия “Буранбай”ҙы тыңланы04.07.2012
Иҙел Аралбаевтың исеме Өфө тамашасыһына яҡшы таныш. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 22 йәшлек талантлы студенты төрлө халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика конкурстарында призлы урындар яулап өлгөрҙө. Улар араһында “Дуҫлыҡ моңо” фестивалендә, Заһир Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара академия йыры, Әҙһәм Исҡужин исемендәге республика ҡурайсылар конкурстарында төп бүләк алыуын, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамында 1-се урын яулауын айырып билдәләргә мөмкин.

Иҙелдең моңло тауышы, башҡарыу оҫталығы, репертуарҙы ентекле һайлауы тамашасының иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә, һөйөү яулай. Хакас Республикаһында үткәрелгән “От Ыры” (“Ут йыры”) халыҡ-ара этник эстрада фестиваль-конкурсында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелде.
Әйткәндәй, Хакасияла егерменсе тапҡыр уҙғарылған был сара Үҙәк Азия, Себер халыҡтарының бай музыка мәҙәниәтен сағылдыра. Фестивалдә ҡатнашыусылар тамашасыларҙы үҙ халҡының йыр-моң сәнғәте менән таныштырҙы.
Призлы урындар өсөн Ҡытай, Молдова, Тыва, Тажикстан, Саха (Яҡут), Алтай, Таулы Шория һәм Иркутск өлкәһе вәкилдәре алышты. Әммә Башҡортостандан Иҙел Аралбаев Халыҡ-ара фестивалдең I дәрәжәле лауреаты булды.
— Конкурста ҡатнашыу өсөн “Буранбай” йырын һайланым, — тине Иҙел Аралбаев. — Халҡыбыҙ бай тарихҡа, үҙенсәлекле мәҙәниәткә эйә. Йыр аша ошоно сағылдырырға тырыштым. Ярыш ҡыҙыу булды. Барыһының да әҙерлеге ныҡлы ине. Асыҡ һауалағы “Хуртуях тас” музейында йәрәбә һалдылар. Артистар Хакасияның баш ҡалаһы Абаканда 10–12 июндә сығыш яһаны. Фестиваль “Саяны” спорт комплексы стадионында еңеүселәрҙең гала-концерты менән тамамланды. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Хакасияла таштан һалынған боронғо һәйкәлдәр бик күп. 40 градуслы эҫелеккә ҡарамаҫтан, төрлө экскурсияларға, иҫтәлекле урындарға йөрөнөк. Бындай саралар артабанғы ижад өсөн бик кәрәкле тәжрибә туплау мөмкинлеген бирә. Аралашмаһаң, үҫеш тә булмай. Был йәһәттән миңә аҡсалата ярҙам күрһәткән өсөн Республика халыҡ ижады үҙәгенә рәхмәтлемен. Үҙәк етәкселеге фестивалгә барырға, халыҡ-ара кимәлдәге конкурста еңеп ҡайтырға булышлыҡ итте.
Маҡсатына өлгәшеүсән, талантлы егеткә сәнғәт донъяһындағы юғары үрҙәргә артылғанда уңыштар теләргә ҡала.
Сәлимә БАТИСОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад