Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары булғандыр. Ауылыма — Дыуан-Мәсетлегә ҡайтҡайным. Клубта һәүәҫкәрҙәр спектакль ҡуйҙы.
Күп йылдар үткәс кенә белдем: яҡташым, Ҡыйғы районының Абзай ауылында тыуып үҫкән сатира оҫтаһы Нажиә Игеҙйәнованың әҫәре сәхнәләштерелгән икән. Ауылдаштарым ихлас уйнай, тамашасы гөр килә. Шунда әҫәрҙең халыҡлашыуын, кешеләргә ҡайһылай тәьҫир итеүен күрҙем.
Бөгөн Нажиә апай — тиҫтәләгән китап авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған әҙибә-сатирик. Яңыраҡ Яҙыусылар союзы бинаһында идара рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина етәкселегендә уның ижад кисәһе уҙҙы. Унда ҡәләмдәштәре — прозаиктар Марс Әхмәтшин, Рәшит Низамов, Лира Яҡшыбаева, шағирә Гөлфиә Юнысова, йырсы Лилиә Ҡолмөхәмәтова, Зиниә Байназарова, Тәнзилә Мәмбәтова, Илүзә Яхиналар әҙибәне сәскә гөлләмәһенә күмде.
Үткән ғүмер сәхифәләренә лә бирелеп алдылар. Әлбиттә, оҙон ғүмер кисерелгән, төрлөһөн күрелгән, өс балаға — Германия күгендә һәләк булған Айсыуаҡ, филология фәндәре кандидаты Ләйсән, мәктәп директоры урынбаҫары Гөлфиәгә ғүмер бүләк ителгән.
Китаптар ҙа әҙибәнең балалары кеүек: “Һабын еҫе” (1991), “Көндәш” (1996), “Тәҡдир” (2002), “Йәшәп ҡалырға кәрәк” (2006), “Алтын сылбыр” (2008), “Йонсоу миҙгел”, “Сәфәр” ише реалистик пландағы повестар, бик күп хикәйәләр тыуҙырһа ла, Нажиә Игеҙйәнова әҙәбиәтебеҙҙә сатира, юмор оҫтаһы булараҡ айырылып тора. Ул шул өлкәнең һирәк кенә вәкилдәренең береһе, хатта әҙибәләр араһында иң берәгәйлеһелер әле. Башҡорт әҙәбиәте тарихына ла ул шул билдә аҫтында инер, тим. Шуның менән беҙгә бигерәк ҡәҙерле ул. Был яҡтан ҡарағанда Нажиә апай юмор өлкәһендә Сәғит Агиш, Тимер Арслан, Фәрит Иҫәнғолов, Агиш Ғирфанов, Хөснулла Түләкәев, Сулпан Иманғолов, Марат Кәримов, Рәдиф Тимершин кеүек әҙиптәрҙең традицияһын дауам итә. Афарин уның был фиҙаҡәр эшенә!
Ялда булһа ла, ауыр юғалтыуҙар кисерһә лә, Нажиә апай ижад итә, һаман сатирик хикәйәләр, хикмәттәр, мәғәнәле скетчтар яҙа.
Балнистарға барғайным,
Йөрәк бит, йөрәк, тиҙәр;
Шул йөрәкте эшләтергә
Илһам бит кәрәк, тиҙәр.
Илһамың һүнмәһен, йөрәк ялҡындарың һүрелмәһен, әҙибә!
Ринат КАМАЛ.