Шифалы айран04.07.2012
Шифалы айранКүп яҡлы талант эйәһе, ғалим һәм яҙыусы, филология фәндәре докторы Кирәй Мәргән (Әхнәф Нурый улы Кирәев) бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Башҡорт фольклорын өйрәнеү буйынса ғына ла шаҡтай эш башҡарған. Ә инде яҙыусы булараҡ ижад иткән әҫәрҙәрен нисәмә быуын уҡып үҫте. Арҙаҡлы шәхестең яҡты иҫтәлеге булараҡ, гәзит уҡыусылар иғтибарына уның “Шифалы айран” исемле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Был фәһемле әҫәр күңелегеҙгә бер шифа булыр.

Сабиттың атаһы Көтөртауҙа бесән саба. Көтөртау менән ауыл араһы — алты километр. Бик барғыһы килһә лә, атаһы Сабитты алмаған, иртүк торған да, үҙе киткән дә барған.
Ҡайҙа һуғылырға белмәй аптырап йөрөгәндә, Сабитты әсәһе саҡыртып алды.
— Бар, булмаһа атайыңа айран апарып кил. Көн дә бик әүәҫ. Тамағы кипкәндер...
Сабит быға бик шатланып риза булды. Айранлы көршәкте әсәһе ҡулынан елтерәтеп алды ла йүгерә-атлай урамға атылды. Бер аҙҙан инде ул, шау-шыуға күмелгән туҙанлы урамды үтеп, яңы ғына быуынға һикергән арыш баҫыуы буйлап атлай ине.
Яңы ғына баш ҡоҫҡан арыш баҫыуы әкрен иҫкән елгә бәүелә-бәүелә Сабитты сәләмләй. Күк йөҙө тыныс. Ҡояш, ошо киң баҫыуҙың бер мөйөшөн дә иғтибарһыҙ ҡалдырырға теләмәгәндәй, бөтә тирә-яҡҡа нурын һибә. Ул ашығып барған Сабиттың әле уң яғына, әле һул яғына сыға, малайҙы йылыта, елкәһен, арҡаһын ҡыҙҙыра. Сабит уға ҡарамай, һаман алға бара. Ҡулында уның көршәк тулы һалҡын айран...
Ара-тирә машиналар үтеп тора. Ҡайҙалыр ситтәрәк трактор тырылдай. Алыҫта ниндәйҙер бер ҡоштоң сыйылдап ҡуйғаны ишетелә. Сабит һаман бара ла бара. Ҡулында уның көршәк менән айран да бара.
Ана, алда монарланып Көтөртау күренә. Былай яҡын ғына кеүек ул үҙе. Ләкин атлай башлаһаң, әсәһе әйтмешләй, йәнең сыға инде. Бараһың, бараһың, һис етеп булмай. Барған һайын алыҫлашҡан кеүек була. Ләкин Сабит уға иғтибар итмәй. Хатта был турала уйларға ла тырышмай. Бара ла бара. Ҡулында уның атаһы өсөн тип алып сыҡҡан бер көршәк айран да бара. Тик шуныһы ғына: барған һайын көршәк ауырайған һымаҡ тойола.
Арыш баҫыуынан һуң бойҙай сәселгән участкалар теҙелеп китә. Йәшелле-ҡаралы киң таҫма булып, колхоз ерҙәре һуҙыла. Бына алда ҙур ғына ҡара ер. Баҡһаң, ул кукуруз участкаһы икән. Ана, ерҙең теге башынан бәләкәс кенә трактор килеп сыҡты. Әһә, бында культивация үткәрәләр. Яҡшы!
— Эй, малай, туҡта әле, туҡта!
Тракторсы тауышында ялбарып һорауҙы тойған Сабит шунда уҡ туҡтаны. Резина тәгәрмәсле бәләкәс трактор тырылдай-тырылдай юлға, Сабир эргәһенә, килеп етте лә тынып ҡалды. Тракторсы тиҙ генә һикереп төштө, еңе менән маңлай тирен һөртә-һөртә өндәште:
— Ҡайҙа бараһың?
— Атайым янына, Көтөртауға.
— Ҡулыңда нимә?
— Күрмәйһеңме ни, көршәк...
— Көршәген көршәк тә, эсендә нимә бар? Һыу түгелме?
— Юҡ, айран. Атайыма алып барам.
— Улай икә-ән, — тине тракторсы, ымһынып ҡалған балалай. — Мин әллә һыумы икән тип уйлағайным...
Сабит аңланы. Тракторсы уға йәл булып китте. Кипкән ирендәрен ялай-ялай кире машинаһына табан боролған тракторисҡа ул өндәшмәй ҡала алманы.
— Ни, ағай, бына эсегеҙ айранды...
Тракторсы, күҙҙәрен бер Сабитҡа, бер көршәккә йүнәлдереп, ҡарап торҙо ла тағы килә башланы.
— Би-ик аҙ ғына ауыҙ итәйем әле, улай булғас.
— Мәгеҙ, эсеп алығыҙ, — тип Сабит көршәкте уға һоноп ҡуйҙы. Шул саҡ ҡапыл атаһы хәтеренә төштө һәм ул өҫтәп ҡуйыуҙы кәрәк тапты, — эсегеҙ, әйҙә, әҙерәк. Атайыма ла етер, һеҙгә лә...
Тракторсы ла аңһыҙ кеше түгел ине. Айрандың ҡайҙа, кем өсөн икәнен тиҙ төшөндө. Ләкин ауыҙы тейгәс, көршәкте тиҙ генә ҡулынан ебәрә алманы. Һалҡын айранды шаҡтай мул ғына һемереп ҡуйҙы.
— Молодец, ҡустым, рәхмәт! — тип ул иркен һулап алды. — Кем улы булаһың әле һин?
— Әхмәтғәленеке.
— Ҡайһы Әхмәтғәле? Теге баҡсасы ағаймы?
— Эйе, эйе, шул.
— Ҡайҙа, бесән сабамы?
— Эйе, биргән өлөштө бөгөн сабып бөтөрәйем тип киткәйне, — тине Сабит, ололарса, — мал бар бит, ағай, ашатырға кәрәк.
— Һай, молодец, атайыңа оҡшағанһың икән. Ярай, хуш... Бар, тиҙерәк йүгер.
Тракторсы шәп-шәп атлап машинаһына менде лә, тырылдай-тырылдай боролоп, ерҙең арғы башына китеп тә барҙы. Сабит та ҡуҙғалды. Әлбиттә, тағы бер аҙ ҡарап торғоһо килгәйне-килеүен, ләкин бындай ваҡытлы ҡыҙыҡһыныуға бирелмәне ул. Тегендә, Көтөртауҙа, уны атаһы көтә ине.
Тракторсы ла ҡуҙғалды. Сабит та үҙ юлына китте. Баҫыу тағы киңәйеп ҡалған һымаҡ булды. Алда күгелйем йәшкелт бойҙай участкалары тулҡынлана. Ҡан тамыры һымаҡ бүртенә биреп ҡалҡынған ҡарабойҙай ерҙәре теҙелеп китә. Ә күк йөҙө һаман элеккесә: унда — зәңгәр бушлыҡ, унда — диңгеҙ... Тик әлеге бер ҡояш хужа унда. Ҡыҙҙыра ул ҡояш, елкәне сәнскеләй, беләктәрҙең тенниска еңенән артып ҡалған өлөшөн ҡыҙҙыра. Ярай әле башта атай кеше алып биргән кепка бар. Кепканы маңлайға батырыбыраҡ кейәһең дә, бер нәмәгә лә ҡарамай, тағы ла алға бараһың.
Сабит һаман бара. Ҡулында уның әлеге айранлы көршәк. Көн эҫе, бөркөү. Шулай ҙа хәҙер Сабитҡа күңеллерәк кеүек, көршәктәге айран кәмегәнгәме, әллә бүтәнгәме, уға хәҙер барыуы ла еңелерәк һымаҡ.
Бара торғас, Сабит онотолоп китте һәм, ҡапыл алдына килеп сыҡҡан бабай менән әбейҙе күргәс, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Ул ғәйепле кеше һымаҡ өндәште:
— Һаумыһығыҙ?
— Һаумы, балам? Ауыл йыраҡмы әле?
— Ауылмы? Ауыл ни, бына бынауҙа ғына тора. Бына ошо сауҡалыҡ артында ғына.
Оло кешеләрҙе иғтибарһыҙ үтеп китеүе ҡыйын бит инде. Сабит та туҡтаны.
— Ә һеҙ беҙҙең ауылғамы?
— Әгәр һин ошо ауылдыҡы булһаң, һеҙгә инде, улым. Анау юл сатына хәтле райондан килгән бер машинаға ултырып килдек тә, бына төшөп ҡалдыҡ.
Бабай һөйләй Сабит тыңлай.
— Шоферҙы тартҡылап ҡарағайныҡ та һуң, ул әйтә, бараһы ауылығыҙ юл өҫтөндә түгел, ти, унда боролоп инергә ваҡытым юҡ, ти. Бына бит нисек тура килә ул. Әбейең менән йәйәүләп кенә барып етергә булдыҡ инде.
Сабиттың шоферға асыуы килде. Ошо ҡарттарҙы ул үҙе алып барып еткерерҙәй булды. Ләкин уға бөгөн икенсе бурыс йөкмәтелгәне хәтеренә төштө. Һәм ул ҡуҙғалып уҡ ҡуйҙы. Шул саҡ уның үҙенә уңайһыҙ булып китте.
— Айран эскегеҙ килмәйме, бабай?
— Айран тиһеңме? Мин үҙем, һыуһаған булһам да, түҙермен, балам, бына әбейеңә бер-ике йотом ғына уртлатһаң, һәйбәт булыр ине.
Сабит ҡулындағы көршәкте, яулығын сатыр һымаҡ ҡороп, ситкәрәк ҡарап, өндәшмәй ултырған әбейгә табан һуҙҙы.
— Мә, эс, әбей, эс.
Әбей көршәкте алды һәм, бабай әйткәнсә, уртланымы ул, һемерҙеме, уныһын Сабит та белмәне, бабай ҙа күрмәне. Ләкин әбей, донъя рәхәтен тәүге тапҡыр татыған кеше һымаҡ, көршәкте ирендәренә терәп оҙаҡ ҡына торҙо. Һуңғы йотомдо тамағы аша үткәреп, ул айранды Сабитҡа һуҙҙы.
— Рәхмәт, улым, игелек күр.
Бабай көршәкте уның кеүек оҙаҡ тотманы. Ирҙәрсә мул ғына бер-ике йотто ла Сабитҡа кире бирҙе.
— Молодец, улым, — тине ул. — Кем улы булаһың һуң әле үҙең?
— Минме? Мин, бабай, Әхмәтғәленеке.
— Әхмәтғәле тиһеңме? Ҡайһы Әхмәтғәле?
— Минең атайым колхозда баҡса үҫтерә.
— Ә-ә-ә... анау Әфләтуновтар заты икәнһең. Молодец, игелек күр. Олатайың да шәп кеше ине һинең. Ҡайҙа, атайың янына йүгерҙеңме?
— Эйе.
— Атайың ни эшләй? Бесән сабамы?
— Эйе.
— Ҡайҙа? Анау Көтөртауҙамы?
— Эйе.
— Бар, улым, әләйһәң, йүгер, йүгер. Көн бик эҫе. Эшләгән кешегә ауыр булыр. Тиҙерәк барып етергә тырыш.
Бабай менән әбей ҙә әкрен генә тороп ауылға ҡарай ҡуҙғалдылар. Сабит та үҙ юлына китте.
Баҫыу уға тағы киң ҡоласын йәйҙе. Юлды ике яҡлап һуҙылған сәсеү ерҙәре йылмайышып оҙатҡан һымаҡ тойолдо. Көршәк тә хәҙер еңеләйгәйне, күңел түренә лә әллә ниндәй аңлатып булмай торған еңеллек килде. Көтөртау хәҙер бөтөнләй яҡынайып китте.
Ана ул, Көтөртау! Шунда инде Сабиттың атаһы! Хәҙер инде ул унда “һә” тигәнсе барып етә!
Көтөртау итәгенә аяҡ баҫҡас, ҡапыл уның ҡаршыһына бер арбалы килеп сыҡты. Ыҡсым ғына арбаға егелгән ат, башын эйеп, бышҡыра-бышҡыра әкрен генә атлай. Ҡойроғон болғай-болғай себен ҡыуа ул, көн эҫегә сыҙай алмай, башын ҡаға. Арбаға берәү ултырып, ә икенсеһе һуҙылып ятҡан. Ат яҡынайғас та, Сабит юлдан ситкә сыҡты һәм күҙен ала алмай ҡыҙыҡһынып ҡарап тора башланы. Ултырып килгән ағай ҙа ҡыҙыҡһынды булһа кәрәк, Сабит менән тигеҙләнгәс тә, атын туҡтатты.
— Нихәл, ҡустым, ҡайһы ауылдыҡы булаһың?
— Минме? Анау торған Яубүләктеке, ағай.
— Улай икә-ән. Анау врачты белмәйһеңме, Ғиззәтуллинды әйтәм, өйҙәме икән? Районға-фәләнгә китмәнеме икән?
— Бер ҙә белмәйем, ағай, өйҙә булырға тейеш. Үҙе китһә лә, сестра ҡала бит унда, ағай.
— Миңә үҙе кәрәк шул, туған, бына еңгәңде күрһәтергә кәрәк, ауырып китте. Самай бесән ваҡыты еткәс кенә йығылды ла ҡуйҙы...
Сабит, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалды. Берсә арбаға ҡараны ул, берсә атҡа күҙ һалды. Нисектер бик ҡыйын булып китте уға, ошо уттай эш өҫтөндә арбалағы еңгәнең ауырып китеүендә үҙенең дә ҡатнашы бар һымаҡ тойолдо.
— Ни, ағай, — тине ул, тамаҡ төбөнә йыйылған төкөрөгөн йотоп, — еңгәмде әйтәм, һыуһағандыр әле ул. Мә, айран эсер үҙенә...
— Айран тиһеңме? Һыуһаған ул, знамо, һыуһаған. Алып сыҡҡан һыуҙы Көтөртауҙың теге яғында уҡ эсереп бөтөргәйнем инде. Тик уңайлы булырмы икән һуң?
— Эсер, әйҙә, эсер, ағай.
— Атты ҡарайыраҡ тор әле, улай булғас, ҡустым, — тине ағай, көршәкте ҡулына алып. — Булмаһа, ысынлап та эсереп ҡарайыҡ. Бәлкем, шифалы булыр, ә?
Арбаға һуҙылып ятҡан еңгә мендәренә таянып ҡалҡында ла ҡалтырана-ҡалтырана көршәккә йәбеште. Кемгәлер билдәһеҙ кешегә рәхмәт уҡый-уҡый айранды бик оҙаҡ һемерҙе ул, шунан ирендәрен ҡыбырҙата-ҡыбырҙата әкрен генә тағы мендәренә ауҙы. Ағай көршәкте алып Сабитҡа һуҙҙы.
— Рәхмәт, ҡустым, һиңә. Рәхмәт. Яубүләк малайы тинеңме әле?
— Әйе, Яубүләктеке.
— Молодец. Яубүләктекеләр һәр саҡ шулай йомарт булдылар. Игелек күр.
Дилбегә ҡағылғанды түҙемһеҙлек менән көтөп торған ат шунда уҡ урынынан ҡуҙғалды. Сабит та үҙ юлына йүнәлде. Хәҙер инде ул йүгерә-атлай китте. Сөнки ҡулындағы көршәк тә еңел ине, күңеленә лә уның аңлатып биргеһеҙ бер еңеллек, кешегә яҡшылыҡ эшләгәндән һуң була торған матур тойғо килә ине.
Атаһы Сабитты алыҫтан уҡ ҡаршы алды. Улын күреп ҡалғас та, ул салғыһын һабы менән ергә ҡаҙап ҡуйҙы ла, еңе менән маңлай тирҙәрен һөртөп, ҡаршы килә башланы.
Кипкән ирендәрен ялай-ялай ул шунда уҡ көршәккә ташланды.
— Һай молодец, улым, килеп еттеңме?
Сабит, күҙҙәрен селт-селт йомоп, атаһына ҡараны. Ҡапыл шул саҡ көршәк төбөндә бары бер-ике генә йотом айран ҡалғаны хәтеренә төштө һәм йөрәге жыу итеп китте. Күҙҙәрен шар асып, ул атаһына ҡараны.
— Был ни, улым, — тине атаһы, көршәк ҡапҡасын кире ябып, — түгеп ебәрҙеңме әллә?
Сабиттың тамағына бер төйөр килеп ултырҙы, ике күҙенә ике бөртөк йәш килеп тығылды.
— Юҡ...
— Айраның ҡайҙа һуң?
Сабит юлдағы хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе һәм, инде ниндәй генә яза булһа ла түҙергә әҙерләнеп, атаһының һүҙен көттө.
Шул саҡ улын тәүге тапҡыр күргән һымаҡ, атаһы уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо һәм әйтте:
— Молодец, улым, был юлы һин миңә айрандың иң тәмлеһен, иң ҡәҙерлеһен килтерҙең. Хәҙер мин һиңә һәр ваҡыт таяна алам. Һин ысын кеше булып етешкәнһең...


Вернуться назад