Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ03.07.2012
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙИлебеҙҙең баш ҡалаһында ҙур һабантуй уҙҙы. Унда яҡынса 10 мең кеше йыйылды. 1990 йылдарҙан башлап Мәскәүҙең төрлө парктарында үткәрелгән был байрам “Коломенское” дәүләт музей-ҡурсаулығында быйыл икенсегә ойошторолдо.

Байрамды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Мәскәү ҡала Думаһы Рәйесе Владимир Платонов ҡатнашты. Улар Башҡортостан менән Татарстан Президенттарының, шулай уҡ Мәскәү мэрының сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Константин Толкачев сығыш яһап, Мәскәү етәкселегенә байрам ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе, ҡала Хөкүмәтенең төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш департаменты етәксеһе Юрий Артюхҡа күп милләтле дәүләттең баш ҡалаһында йәшәгән халыҡтарҙың иң яҡшы мәҙәни йолалары һаҡланған өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы. Башҡортостан парламенты башлығы Рәсәйҙең 53 төбәгендә һәм донъяның 25 илендә һабантуйҙар үткәрелеүен, быйыл был байрамдың 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенең 200 йыллығы менән бәйле булыуын билдәләне.
— “Төньяҡ амурҙары”ның ҡаһарманлығы менән 200 йыл элек Мәскәү Кремле һаҡлап ҡалынды, шуға күрә быйылғы һабантуйҙа башҡорт яугирҙәре оло ихтирам менән Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙиҫкә алынды, — тине ул.
Башҡортостан, Татарстан һәм Мәскәү артистары ойошторған тамашала башҡорт яугирҙәренең батырлығы сағылды. Һабантуйға улар ҙур концерт әҙерләгәйне. Стәрлетамаҡ һәм Асҡын райондары вәкилдәре музей-ҡурсаулыҡ биләмәһендә тирмә ҡорҙо, ҡунаҡсыл башҡорт һылыуҙары халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын күрһәтте. Байрамға килеүселәргә “Башҡортостан” һәм “Һабантуй-2012” тип яҙылған сувенирҙар таратылды. Һәр ерҙә ярыштар гөрләне, уйын-көлкө яңғыраны: көрәш, тоҡ кейеп йүгереү, бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартыу, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу. Халыҡ кәсепселек әйберҙәрен ҙур теләк менән һатып алды, милли ризыҡтарҙан, тәм-томдан ауыҙ итте.
Йыл һайын үткәрелгән байрамды башҡорт һәм татар яҡташтарыбыҙ ғына түгел, тотош Мәскәү халҡы түҙемһеҙлек менән көткән икән. Тәбиғи, был сара милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ өлгөһөн сағылдыра. Һабантуй майҙаны ырыуҙаштар менән осрашыу, туған телдә аралашыу, таныш моңдарҙы тыңлау урынына әүерелеп, күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Эльвира СӘМИҒУЛЛИНА.
Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад