Тынлыҡ07.12.2011
Йөрәк — гүйә, бушап ҡалған
Бер мискә.
Һағыш та юҡ, өмөт тә юҡ,
Юҡ хис тә.
Кемдер уға шашып һуға
Даң да доң.
Күпме ҡаҡма, күпме һуҡма —
Сыҡмай моң.
Күңелемде ялмап алған
Шом ғына.
Башты баҫып атлап киләм
Шым ғына.
Моңһоҙ саҡта шым булыуың —
Мең артыҡ,
Яр һалғансы тын донъяны
Болартып.
Салауат Әбүзәров