Китапхана ябылһа, ауыл һүнәсәк03.07.2012
Бөйөк философ Герцендың китапхананы запас магазинға тиңләүе, улай ғына ла түгел, унда аҡыллылар һалып ҡалдырған фекерҙе бүтәндәр үҫтерә тигән һүҙҙәре менән килешмәгәндәр һирәктер. Ысынлап та, әҙәм балаһы китапханаға зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөрөй, китап уҡып, фекер йөрөтөргә өйрәнә, уйлана. Ғөмүмән, китапхана менән бәйләнештә булыу һәр яҡлап та үҫешкә этәргес бирә.

Өфөлә ауыл китапханаларының эшен йәнләндереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында тәүге тапҡыр ойошторолған “Рәсәйҙә урындағы берләшмәләрҙең тотороҡло үҫеш үҙәктәре булараҡ модель китапханалары” тигән төбәк-ара конференцияла Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙән вәкилдәр ҡатнашты.
“Ауыл өсөн китапхананың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев. – Мәғлүмәт алыуҙан, мәғрифәт нуры таратыуҙан тыш, ул мәҙәниәт үҙәге ролен дә үтәй”.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Әхмәҙиева сараның республикабыҙ тормошонда мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
“Пушкинская библиотека” коммерцияға ҡарамаған фондтың генераль директоры Марина Новикова белдереүенсә, хәҙер бигерәк тә үҫеш, бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек кеүек төшөнсәләрҙе оноторға ярамай, шул осраҡта ғына китапханаларҙың эшмәкәрлеген киңәйтеү йәһәтенән ниндәй ҙә аҙым яһаласаҡ.
Сығыш яһаусылар тотош илебеҙ буйынса ауыл китапханаларының кәмеүенә тәрән борсолоу белдерҙе. Улар мәҙәниәт үҙәктәре ҡарамағында булғас, юридик көсөн юғалта, үҙ сиратында эшмәкәрлеге лә тарая. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡулайлаштырыу һылтауы менән күпләп мәктәптәр ябыла, ә белем усағының һүнеүе ауылдың юҡҡа сығыуына килтерә. Китапханаларҙың ишегенә йоҙаҡ элеү ҙә ауылда тормоштоң һүрелеүенә, ахыр сиктә, ер йөҙөнән юғалыуына булышлыҡ итә. Әле республикабыҙҙа бер мең ете йөҙ ҡырҡ бер китапхана бар (шуның ун процент тирәһе – модель китапхана), был – Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес! Ауылдарҙа китапханаларҙың икенсе һулыш кисереүе ҡыуаныслы, әлбиттә. Модель китапхана булғас, бина заман талаптарына яуап бирергә тейеш йәки ул, хан һарайы кеүек булмаһа ла, тышҡы йөҙөн үҙгәртергә бурыслы. Унда кәмендә интернетлы ике компьютер булыуы тәүшарт (береһе – китапханасы, икенсеһе уҡыусы өсөн). Бынан тыш халыҡҡа күсермә, сканер, текстарҙы күсереү кеүек хеҙмәттәр күрһәтелергә, теләгәндәргә “Консультант плюс” сайтынан бушлай файҙаланыу мөмкинлеге бирелергә тейеш.
Пленар өлөштән һуң эш секцияларҙа дауам итте, китапханасылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Артабан ҡунаҡтар Өфө районының Алексеевка, Бөрө районының Силантьево һәм Кушнаренко районының Байталлы ауылдарындағы модель китапханаларҙа булды.
И. АҠЪЮЛОВ.


Вернуться назад