Ирәндек07.12.2011
Әкиәт бар:
Имеш, борон заман
Ярлы егет байға
Ялланып,
Ирәндектән
Хазиналар ташлап,
Үҙе ҡалған икән
Алданып.
Меҫкен егет хәлдәренә тарып,
Беҙ үҙебеҙ
Күпме йөрөнөк?!
Әйтерһең дә,
Халҡым ергә ятҡан,
Быҙау тиреһенә
Төрөнөп.
Ә сәмреғош уны алып осҡан
Урал тигән
Текә ҡаяға.
"Аяҡ аҫтындағы хазинаны
Ташла бында", —
Тигән бай аға.
...Башҡортостан, тиһәм,
Әллә ниңә
Күҙ алдыма килә
Ирәндек.
Теге егет ише
Хазинаңды
Беҙ ҙә ситкә ташлап
Өйрәндек.
Киләсәккә баҡһам,
Шомдар биләй,
(Һаҡлай ғына күрсе,
Эй, Алла!)
Был милләтем тороп ҡалмаҫ, тимә
Мәйет менән тулы
Ҡаяла...
Салауат Әбүзәров