Милләттәштәр Силәбе өлкәһендә йыйыласаҡ30.06.2012
7 июлдә Силәбе өлкәһенең Красноармейский районындағы Дубровка ауылында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтә. Киң күләмле милли байрам Көньяҡ Уралда тәүге тапҡыр ойошторола, һәм ул илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе туплаясаҡ.

Абруйлы ҡунаҡтарҙан Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревич, өлкә Хөкүмәте һәм ҡала хакимиәте, Рәсәй Федерацияһы субъекттары вәкилдәре, шул иҫәптән Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан делегациялар ҡатнашасаҡ.
Һабантуйға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың килеүе көтөлә.
Һабантуйҙың тантаналы өлөшө рәсми ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һәм өлкә ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләү менән башланасаҡ.
Артабан һабантуйға килеүселәр Башҡортостан, Татарстан республикаларының һәм Силәбе өлкәһенең профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтарының берлектәге концертын ҡарай аласаҡ. Теләгәндәр халыҡ уйындарында һәм ижади конкурстарҙа ҡатнаша ала.
Спорт уйындарынан армспорт, гер күтәреү һәм ат сабышы үткәреләсәк. Төп бәйге — көрәштә һабантуй батыры билдәләнәсәк. Уны иң яҡшы көрәшселәр — донъя һәм Рәсәй чемпиондары аса.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад