Хәйерсе07.12.2011
Баҙар ҡапҡаһы төбөндә,
Алдына һалып ҡулын,
Хәйерсе ҡарсыҡ ултыра:
"Хоҙай хаҡына, улым!"

Эй, ҡарсыҡ, беләм хәлеңде.
Ниҙәр генә ҡылайым?!
Ағыр йәштәр ағып бөткән —
Өнһөҙ генә илайым.

Барыһын да бирер инем,
Эх, ҡалын булһа кеҫә.
Зинһар өсөн, кисер мине!
Кеҫәлә елдәр иҫә.

Күреп торам күҙҙәреңдән, —
Яҙмышың бик ҡайғылы.
Тик нимәһен бирһен шағир —
Йыр ғына бар байлығы.

Шуға күрә ғәжәпләнмә,
Ил баҙарға кергәндә,
Бер көн килеп, шағирҙар ҙа
Урал алһа эргәңдә.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад