Умарта07.12.2011
Беҙҙә ҡояш башҡасараҡ,
Бешеп,
Алланып тора.
Нур булып, унан һуҙылып
Өҫкә
Бал тамып тора.

Тәме китмәҫ тел осоңдан
Ҡараһаң тик
Бер татып.
Хатта тупраҡ һутҡа тулған —
Яларлыҡ
Ергә ятып.

Нескә билле бал ҡортолай,
Ҡыҙҙар ташый
Бал ғына.
Мәңге ғашиҡ буласаҡһың,
Бер тапҡыр күҙ
Һал ғына.

Ғәзиз ерем — һутлы кәрәҙ,
Ынйыға бай,
Йомарт та.
Халҡым, гүйә, егәрле күс,
Ә Ватаным —
Умарта.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад