Гол!..07.12.2011
Тормош —
Футбол майҙанылай,
Тик ҡағиҙәләр
Бүтән.
...Бына мин,
Бар көстө һалып,
Штраф һыҙығын
Үтәм.

Бына тибәм
Һәм бына гол!..
Ниңә тынды
Команда?
Йөҙҙәрендә ниңә һөрөм
Һәм һүгенә
Кем унда?

Уйын тағы
Дауам итә:
Бына — мин,
Бына — ҡапҡа.
Ах!
Яң(ы)лыштан ғына тупты
Типтем
Үҙемдең яҡҡа.

Гол!..
Нимә был?
Нимә булды?
Ниндәй нур
Йөҙөгөҙҙә?..
Һуң мин бит тупты индерҙем,
Индерҙем
Үҙебеҙгә!..

Ошо мәлем иҫкә төшөп,
Уйландыра
Һаман да:
Тормош — футбол.
Ләкин унда
Булмай икән
Команда...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад