Юмореска Ноябрь көҙгә лә, ҡышҡа ла оҡшамаған. Йылыта ла һыуыта, йә ҡар яуа, йә ямғыр һибәләй. Быйыл да декабрь башында ғына һыуытты ла шунда уҡ ҡар ятты. Ауыл халҡы һуғым һуйырға керешеп китте.
Әхмәтйән Зәбирәһе менән кәңәш ҡороп ебәрҙе.
— Ошо шәмбелә танаҡайҙы һуйып ташлайыҡсы.
— Әйҙә һуң. Балалар ҙа килеп етер.
— Һуғым ашына кемдәргә әйтербеҙ?
— Балалар, Хәмит ҡоҙалар, ҡәйнештәрең булыр. Шунан...
— Шунан теге минең хеҙмәттәш Ғәбиҙуллаға әйтербеҙме?
— Эй-й, ул һыҡмырыңдың үҙенең бер ҙә саҡырғаны юҡ әле. Һуғымлыҡ тигәнен һата ла ебәрә. Ҡош ите менән генә мөрхәтләнерме... Үҙең беләһең.
— Ярар, һуңғы мәртәбә әйтәйек. Унан — вәссәләм.
Кискә ферманан ҡайтыуҙарына күрше малайы Вәкил килеп инде.
— Ағай, еңгәй, һеҙҙе Ғәбиҙулла ағай ҡунаҡҡа саҡырып китте, — тине лә сыға һалды.
Ир менән ҡатын өнһөҙ тора бирҙе. Ҡапыл Зәбирә телгә килде:
— Атаҡ-атаҡ, был ни ғәләмәт? Ғәбиҙулла йомартланһа, ҡояш көнбайыштан ҡалҡыр әле, тиһәм.
— Етәр, күп һайрама! Бисәкәй, ҡунаҡҡа барғас, тамаҡ ялғап тормайыҡсы. Унда тупайып ултырырһың.
Әхмәтйән менән Зәбирә ҡыҙыулатып Ғәбиҙуллаларға барып та инде. Өйҙә хужалар үҙҙәре генә, мыжғып торған бала-саға ла, ҡунаҡтар ҙа күренмәй. Мәжлес тип килеүселәр бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы, бисә кеше түҙмәй һүҙ башланы:
— Күрше малайы һеҙ ашҡа әйтте тип инеп сыҡҡайны.
Ғәбиҙулла өндәшмәһә лә, ҡатыны:
— Беҙҙең быйыл да һуғым юҡ. Үгеҙҙе һатып, Әнисәнең уҡыуына түләнек, — тип теҙеп алып китте.
Ғәбиҙулла һис тә уңайһыҙланмай:
— Бер килгәс, сәй булһа ла эсеп ҡайтырһығыҙ. Бисәкәй мейестә картуф тәгәрәткәйне, — тип ҡуйҙы.
Түргә саҡырыусы булмағас, ҡунаҡтар ишек төбөндә бер аҙ тапанып торҙо ла кире боролдо.
Иртәгәһенә Әхмәтйән колхоз бүлексәһе контораһына инеп сыҡты. Унда үрге оста йәшәүсе икенсе Ғәбиҙулланы осратты. Тегенеһе ғәйепле кешеләй һорау бирҙе:
— Әхмәтйән ағай, кисә һеҙҙе һуғымлыҡҡа саҡырғайным, көндөҙ тап итеп булманы. Кис ҡыҙым барғайны, өйҙә түгел инегеҙ. Әллә береһе минән алда һуғым итенә әйттеме?
Әхмәтйән эстән генә: “Уй, Аллам, Аллам”, — тип уйланы ла:
— Саҡырғайнылар шул, — тигән булды.
Фәрит ӘБҮБӘКЕРОВ.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.