Тәбиғәттәгеләй тәбиғилек28.06.2012
(Фәниә Ғәбиҙуллинаның “Күңел емештәрем” китабын уҡығас)

Шағирәнең бер шиғырында шундай юлдар бар: “Бәхетлеләр халәтенең тәмен белмәйем...” Фәниә шулай тиһә лә, китабындағы шиғырҙарын бер тында тәмләп сыҡтым. Бер тында уҡыуҙың сәбәбе: күңелемә һеңгән, һәйбәт шиғырҙарға һыуһау. Юҡһа, шиғриәт донъяһында ни аҡылға, ни йөрәккә инмәгән шиғырҙар күбәйҙе, уларҙы уҡып, “шиғыр ене ҡағылғандар” күпләп шиғыр яҙа башланы. Әгәр ҙә ул “шағирҙар” күңелде ҡуҙғатырлыҡ әҫәр тыуҙыра ала икән, бының өсөн заман барлыҡҡа килтергән фекер азатлығына рәхмәт кенә әйтәһе.

“Күңел емештәрем” мине шул яғы менән ҡыуандырҙы: Фәниәнең башҡаларҙан айырмалы фекерләүе, яңылығы. Ул тыуған яғын (Дүртөйлө районы Нәжетамаҡ ауылы), ауылдаштарын данлай.
Урамымдың бәрәкәтле
Тупрағынан
Шифа алып кемдәр ҡайҙа
Юлланмаған.
Һәр береһенең яҡшы аты
ғына ҡайта.
Ауылымда шуға гөлдәр
сәскә ата.
Тыуған төйәгенең рухын, моңон, халҡының киң күңеллелеген, изге ынтылыштарын сағылдырған бындай шиғырҙары күп Фәниәнең. Йылы хистәр, образлы фекерҙәр аша белдерә ул үҙенең тыуған төйәгенә, яҡташтарына мөхәббәтен. “Гөрләүектәр йырын тыңлар өсөн”, “йөрәгенә наҙ алыр өсөн”, “шатлыҡтарҙан илар өсөн”, “һағыштарын баҫыр өсөн” ауылына ҡайтыуы, иген иккән ауылдаштарының бөйөклөгөнә һоҡланыуы үҙе ни тора!
Ә бына был юлдар күңелде айырыуса тетрәндерә:
Шатлыҡтарҙан илар өсөн
Бармы йәшең, әсәй?!
Фәниә шиғырҙарында әсәләргә генә хас нескә күңелле, бала йәнле булып ҡала.
Шиғриәттә исем алыу бик ауыр. Ә Фәниәне әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә, яҡташтары ла беренсе йыйынтығы исеме менән “таң ҡыҙы” тип атай. Таң ҡыҙы, тимәк, яңы, саф һәм өмөтлө.
Мөхәббәт һәм нәфрәт тойғоларының йәнәшә йөрөүен, замандың ағышын ысынбарлыҡтағыса һүрәтләүе, уны дөрөҫ һиҙемләүе — ысын рәссамдарға хас күренеш. Был мине айырыуса һөйөндөрә. Образлылыҡ, оҫта сағыштырыуҙар, рифмалар балҡышы, муллығы биҙәй Фәниәнең ижадын.
Шиғырҙарҙың тәьҫирлелегенә нисек өлгәшә һуң яҡташым? Уның ҡайһы бер шиғырҙары яңылыҡ та асмай һымаҡ. Әммә уҡыусыға еткереү формаһы үҙенсәлекле. “Аҡ суҡлы ромашкалар” шиғырына күҙ һалайыҡ: “Ромашкалар ҙа яңылыша икән кәрәк саҡта”, ти шағирә. Һәм ҡыҙҙың өмөтләнеп көткән кешеһенең ҡайтмауын хәбәр итәһе ромашканың һуңғы тажында һәр саҡ “ҡайтыр” һүҙе эленеп ҡала. Һәм шағирә һөҙөмтә яһай: “Яңылышы менән өмөтлө итә аҡ ромашкалар”. Был шиғыр уҡыусыны тормошоноң яңылышлыҡтарҙан, ҡайғыларҙан тороуын киҫәтә. Әҙибә өсөн тәбиғилек, фекерҙе әйтеп бөтөрөү хас. “Тәбиғәт тә минең күңел кеүек” тип әйтеүендәгесә, тәбиғилек бар уның шиғырҙарында. Ябай ғына һүҙҙәрҙе образға төрөп, тирә-яғыбыҙҙағы хәл-ваҡиғаларҙы, һәр кемдең күңелендә йөрөгән уй-хистәрҙе уҡыусы күңеленә оҫта еткерә белә ул.
Рафаил ХАФИЗОВ,
“Тулҡын” әҙәби берекмәһе етәксеһе.
Дүртөйлө районы.


Вернуться назад