МЕНТ07.12.2011
МЕНТтар менән донъя тулған,
МЕНТтар — беҙҙең фундаМЕНТ.
Уңда ла — МЕНТ, һулда ла — МЕНТ,
Бында ла — МЕНТ, унда — МЕНТ...
МЕНТалитет беҙҙең шулай,
Ил башында — парлаМЕНТ.
Гүйә, беҙҙең тормошобоҙ
МЕНТтан торған орнаМЕНТ.
Енәйәттән торған илдең,
Ни әйтәһең, даны — МЕНТ.
Булғас булһын: шул МЕНТтарға
Асайыҡ бер монуМЕНТ.
Салауат Әбүзәров