“Әбйәлилемә хыянат итмәйем!”28.06.2012
“Әбйәлилемә хыянат итмәйем!”Йырсының йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моң, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп, һағышҡа күмә, берсә, йәшәүҙең ҙур бәхет икәнлеген аңлатып, күңелде ҡанатландыра, йылмайта, юҡһындыра... Әбйәлил һандуғасы Садиҡ Шаһыбаловтың һәр сығышы тап ошондай тойғо-кисерештәр бишегендә бәүелтә, уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел.

Садиҡ Фәтих улының репертуарында 40-ҡа яҡын халыҡ йыры бар. “Буранбай”, “Ҡолой кантон”, “Йәмәлекәй”, “Азамат”ты айырыуса яратып башҡара ул.
— Йыр — йәшәү рәүешем һәм булмышым, — ти мәҙәниәт өлкәһендә 30 йылға яҡын хеҙмәт итеүсе Садиҡ Шаһыбалов. — Уны тамашасының күңеленә барып етерҙәй итеп башҡарыу өсөн ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Сәхнәгә еңел-елпе йырҙарҙы сығармаҫҡа тырышам. Көйө оҡшап та, һүҙҙәре күңелгә ятмағандары була. Халыҡ йырҙарының һирәк башҡарылғандарына өҫтөнлөк бирәм. Үҙебеҙҙең Әбйәлил яҡтарында сыҡҡан көй-моңдо тамашасыға еткереүҙе төп бурыстарымдың береһе тип иҫәпләйем.
Заманында Шаһыбаловтарҙың тоҡомо, шәхес культы сәйәсәтенә эләгеп, Кемерово өлкәһенә барып юлыға. Садиҡ Фәтих улы сит ерҙә тыуып үҫә. Тыуған яҡҡа ҡайтыу бәхетенә эйә булғас, һигеҙ баланан торған ишле ғаилә Амангилде ауылында йәшәүсе Маһира өләсәйгә килеп баш терәй. Ҡайһы бер ауылдаштарының “кулак балаһы” тип йәберләүенә күңеле яраланһа ла, балалар кесе йәштән эшләп үҫә, һәр кемде көнләштерерлек итеп донъя көтөү сәме менән буй еткерә һәм был маҡсатына өлгәшә.
— Халыҡтың һеҙҙе үҙ итеүенең сере нимәлә? — тип һораным Садиҡ Фәтих улынан.
— Уларға яҡын булыуҙалыр, — тип баҫалҡы ғына яуапланы әңгәмәсем. — Ябайлыҡ та үҙ ролен уйнамай ҡалмайҙыр.
Ысынлап та, шундай һыҙаттарға эйә булмаһа, Өфө сәхнәләрен яулар форсаты булып та, төрлө саҡырыу ҡабул итһә лә, Әбйәлиленә хыянат итмәйем тип, тыуған яғында ҡалыр инеме ни? Юҡ, үкенмәй Садиҡ Шаһыбалов, киреһенсә, үҙен күпкә бәхетле һанай: уның һәр сығышын түҙемһеҙләнеп көтөп алған тамашасыһы, яратҡан ғаиләһе бар, республика сәхнәһендә улы, өмөтлө йәш йырсыларҙың береһе Рөстәм Шаһыбалов йырлай. Кинйә улы Руслан, Сибайҙа сәнғәт училищеһын тамамлап, үҙе менән бергә Амангилде мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөй. Балаларыңдың һинең юлыңды дауам итеүе үҙе ҙур бәхет бит!
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары, фестивалдәре лауреаты, һәүәҫкәр йырсы Садиҡ Шаһыбаловтың һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын өйрәнеүе, халыҡтың бай мираҫын тамашасыларға түкмәй-сәсмәй алып барып еткереүе ҙур хуплауға лайыҡ. Ғүмерен сәхнәгә арнаған талантлы ир-уҙамандың йыры тағы ла әллә күпме моң һөйөүсенең күңелен арбар, моңландырыр һәм дәртләндерер, иманым камил.
К. ИШБУЛДИНА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад