Әҫәрҙәр ҡабул ителә27.06.2012
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул итә. Премиялар журналистарға, коллективтарға 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклем донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн биреләсәк.

Комиссияға репортаждар, очерктар, документаль повесть, публицистик мәҡәләләр, теле- һәм радио тапшырыуҙар, республика, Рәсәй сит ил баҫмаһы йәки электрон мәғлүмәт сараһында баҫылып сыҡҡан фотолар шәлкеме, айырым китап булып нәшер ителгән материалдар ебәрелә ала.
Әҫәрҙәр Башҡортостан Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит, журнал редакциялары, теле- һәм радио студиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары, башҡа ижади коллективтар тарафынан тәҡдим ителә.
Республика Журналистар союзында хәбәр итеүҙәренсә, материалдарҙың күләме сикләнмәй, фотолар кәмендә биш эштән торорға тейеш.
Дәғүәселәрҙең әҫәрҙәре 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡаты). Телефон (факс): (347) 276-42-66.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад