Йәшел ут07.12.2011
Ҡулдар кеҫәлә,
Өҫ-башым туҙан,
Мин ҡала буйлап
Һыҙғырып уҙам.
Юҡ, тип әйтһендәр
Бында бер әҙәп,
Әҙәм өркөтөп,
Йөрөй берәҙәк.
Гел ҡыҙыл утҡа
Тарта аяғым.
Постовой миңә
Болғай таяғын.
Юлың уңманы,
Дуҫҡайым, ишет —
Штраф түләргә
Кеҫәләр тишек.
Хәйер, бер минме,
Хөкүмәт ярлы.
Йәле, тартайыҡ,
Тәмәкең бармы?
Ҡыҙыл погонлы
Хөкүмәт эте,
Еҫкәп маташа,
Етәр, тим, етте!
Бәндә күңеле
Гел ҡыҙыл яна,
Ундай светофор
Юҡтыр донъяла.
Ни хәл итәйем
Тәртибем яман.
Бына һиңә лә
Мин йәшел янам.
Гел ҡыҙыл янһа,
Ни ҡалыр ине?!
Ерҙә хәрәкәт
Туҡталыр ине.
Ҡулдар кеҫәлә,
Өҫ-башым туҙан.
Юрамал ғына
Һыҙғырып уҙам.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад