Ер серле бер йомғаҡ һымаҡ
07.12.2011
* * *
Ер серле бер йомғаҡ һымаҡ
Ғүмерҙәр ебен урай.
Үҙ эшен ул яҡшы белә,
Бер кемдән һорап тормай.
Киләсәккә яңы күлдәк
Тегелер ошо ептән.
Минең өсөн күп кәрәкмәй,
Бер биҙәк булһам — еткән.
Салауат Әбүзәров
Вернуться назад