Йөрәккә һүҙ07.12.2011
Тумыртҡа түгелһең,
Йөрәк,
Серегән, тип,
Күп нәмә,
Ҡортон таҙартырға
Теләп,
Үҙеңә ҡорт
Сүпләмә.

Самаһыҙлыҡ
Башҡа етә —
Һәр ваҡыт
Самаңды бел,
Юҡ-барға ла
Ярһып барма,
Һин бит
Барабан түгел.

Ғүмер иҫәпләп
Маташма,
Сәғәткә ҡалһын
Ул эш.
Һинең өлөш — маҡсат —
Сәпкә
Тоҫҡап тартылған
Кереш.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад