Сорғотто ла гөрләтеп...26.06.2012
Яңыраҡ һабан байрамы Сорғотта йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе лә тупланы. Нефтселәр ҡалаһына республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев етәкселегендәге ҙур делегация юлланды. Уның составында Ишембай районы вәкилдәре лә булды. Улар Сорғотҡа ҙур тирмә алып килде, 50-ләп кешенән торған ижади коллектив та ҡатнашты.

Тәүге көндө Башҡортостан менән Татарстандан килгән делегацияны Сорғот ҡалаһы хакимиәтендә рәсми ҡабул итеү тантанаһы булды. Йылы, дуҫтарса осрашыу барышында бында йәшәүсе әүҙем башҡорт һәм татар вәкилдәренә наградалар тапшырылды.
Сорғотта уҙғарылған быйылғы һабантуй байрамы үҙенсәлекле юбилейын да билдәләне. Уның ойошторолоуына — 25 йыл. Байрам быға тиклем дә үткәрелә, тик ул рәсми характерҙа булмай. Тик 1987 йылдан алып уны уҙғарыу өсөн махсус урын бүленә, ҡала хакимиәте һәм Башҡортостандан ҡунаҡтар әүҙем ҡатнаша башлай.
Ҡала үҙәгендәге майҙанға халыҡ “һә” тигәнсе йыйыла. Уларҙы сағыу милли кейемдәге кешеләр, тирмәләр, дәртле йыр-моң йәлеп итә. Иң мөһиме — милләттәштәр менән аралашыу, Башҡортостандан килгән ҡунаҡтар менән осрашыу. Байрамдың рәсми өлөшөн Сорғот ҡалаһы мэры Дмитрий Попов асып, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Республика вәкилдәре уға елән менән ҡамсат бүрек бүләк итте.
Ишембайҙарҙың тирмәһе айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш әйберҙәре, милли ризыҡтар күрһәтелде, этҡолдар ҡымыҙ эшләү сере менән дә таныштырҙы. Артистар сығышын да халыҡ яратып ҡабул итте. Өфөнән “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң йырҙары көслө алҡыштарға күмелде. “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Регина Төхвәтуллина, Кинйә Әхмәҙиев һәм башҡа сәнғәт оҫталары Сорғот халҡы күңелен әсир итте.
Ә. ИЛДУСОВА әҙерләне.


Вернуться назад