Башҡортостан үҙен лайыҡлы күрһәтте26.06.2012
24 июндә Ленинград өлкәһендә һабантуй үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан байтаҡ халыҡ йыйылды. Байрамда Ленинград өлкәһе губернаторы Александр Дрозденко, Санкт-Петербург башлығы Георгий Полтавченко һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Башҡортостан делегацияһына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселек итте. Делегация составына шулай уҡ ижади интеллигенция вәкилдәре, артистар, музыканттар инде.
— Республика байрамда үҙен лайыҡлы күрһәтте. Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Киң майҙансыҡта милли экспозициялар асылды, артистар оҫталығын күрһәтте, — тине сарала ҡатнашҡан Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. — Делегациябыҙҙың иң ҙур өлөшө Әбйәлил һәм Туймазы райондары вәкилдәренән торҙо. Республиканан был һабантуйҙа 150-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад