Шағирҙар07.12.2011
Беҙ — шағирҙар — динозаврҙар...
Р. Бикбаев

Йөрәгемде һағыш сорнап алды
Тубын күреп киткән ҡоштарҙың:
"Йәйгенәһен бында, һай, йәйләнем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлармын?!"

Бар ғүмерем йылы эҙләп үтә,
Йылы эҙләп үтә кешенән.
Күңел болотонан йән өшөгән,
Күҙҙәрҙәге көҙҙән күшегәм.

Ҡоштар, ярай, йүнәлешен белә,
Ҡайҙа барасағын юл тотоп.
Мин ҡотолоп ҡала алмам кеүек —
Йотоп ҡуйыр инде был ҡотоп...

Ул саҡ шиғыр онотолған булыр,
Ерҙә бөткән булыр шағирҙар.
Ҡотоптан бер соҡоп сығарырҙар:
Беҙ — шағирҙар — динозаврҙар...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад