Мәңгелек алыш07.12.2011
Йөрәк оран һалды,
Күңел алды
Һөңгө.
Ләкин икеһен дә
Аҡыл батша
Еңде.

Бик йыш йөрәк, күңел
Күтәрҙеләр
Бола.
Тик аҡылға улар
Һәр саҡ әсир
Була.

Бөтмәҫ ихтилал был,
Алыш —
Миңә бәхет.
Ярай әле йәндә
Берәү генә
Тәхет...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад