Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Наил Ғәйетбайҙың пьесаһы буйынса ҡуйған спектакле шулай тип атала.
Ысынлап та, ер мәсьәләһе беҙҙең халыҡты ғүмер буйы борсоған, хатта ҡан ҡойорға мәжбүр иткән. Бөгөн дә ошо проблема башҡорт халҡын, бигерәк тә ауылда йәшәүселәрҙе уйландыра. Һәр кешегә бушлай тиерлек ер бирелергә тейеш, ә уның менән ни эшләргә? Эшкәртеп, файҙаһын күрерҙәр ине, бөтәһенең дә хәленән килмәй, техника һатып алырға, кеше ялларға аҡсаһы юҡ. Ҡуртымға бирһәң, ерҙе эшкәртеүселәр тиҙ арала мул уңыш алам, аҡса эшләйем тип, химия менән ағыулап, ерҙе ике-өс йылда харап итеүҙәре бар. Һатып ҡына ҡуйырҙар ине, уның яңы хужаһы урманға, тауға, күлгә үткәрмәй башлаһа?..
Сибай театры “Ере юҡтың — иле юҡ” спектакле менән ошо һорауҙарға яуап эҙләй, улар хаҡында тамашасыларҙы уйланырға мәжбүр итә.
— Ер темаһы менән оҡшаны ла инде театрға был пьеса, — ти спектаклдең режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтүнов. — Әҫәр буйынса эшләргә ихлас күңелдән тотондоҡ. Әлбиттә, бәхәс күп булды. Беҙ, артистар, ҡуйылған һорауҙарға яуап табырға, уны тамашасыға еткерергә тырыштыҡ. Әле труппа спектаклде ауылдарҙа күрһәтә. Халыҡ тын да алмай ҡарай, шаршау ябылғас, шаҡ ҡатып тынып ултыра, шунан фекер алышыу башлана. Тимәк, бөгөнгө тамашасыны борсоған проблема тураһында был спектакль. Ул уйландыра һәм ниндәйҙер фекергә килергә этәрә!
Шуныһы ҡыҙыҡлы: был спектаклдә Әфләтүнов рәссам булараҡ та сығыш яһай һәм үҙенсәлекле сценография ҡороуға өлгәшкән. Бәләкәй генә ауылда йәшәгән кешеләрҙең бер нисә гектар ере хаҡында түгел, ә тотош Ер шарын яулап алған глобаль мәсьәләләр тураһында уйланырға мәжбүр итә был әҫәр.
Юлай Үҙәнбаевтың музыкаһы пьесаның йөкмәткеһен тәрәнәйтә, эмоциональ тәьҫирен көсәйтә. Бигерәк тә финалдағы ҡобайырҙың көйө, һүҙҙәре, думбыра тауышы, аҙаҡ йырлаусының өзләүгә күсеп китеүе тамашасыға ныҡ тәьҫир итә, тетрәндерә.
Спектакль ике төп геройҙың көрәше менән башлана. Күптән тарҡалған колхоздың элекке рәйесе, 70 йәшлек Вәзих Буранбаев ауылдаштарының аяныслы хәлен күреп, ерҙе бер кемгә лә һатмайынса туғандарҙан торған бәләкәй генә колхозмы, кооперативмы ойоштороп ебәрмәксе. “Башҡалар ҙа ошолай ғаилә “колхоздары” төҙөп, үҙ ерҙәрен файҙаланһа, ауылда эшһеҙлек бөтәсәк”, — ти ул. Ә ҡаланан килгән эшҡыуар Руслан Сәләхов, маҡсатын йәшереп маташһа ла, ауылдың барлыҡ ерен генә түгел, урмандарын да, күл-йылғаларын да һатып алмаҡсы. Бына ошо ҡапма-ҡаршы ҡарашта торған образдарҙың көрәше төп конфликт булып тора. Режиссер был ике геройға артистарҙы бик уңышлы һайлаған. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Итбаев Вәзих Шарап улын көслө рухлы, үҙ маҡсатына тоғро ҡалыусы ҡаты холоҡло итеп күрһәтә, уның һәр һүҙендә, фекерендә ауылын, ерен, күлен, урманын, кешеләрен яратыуы ярылып ята. Совет заманы етәксеһе кеүек үҙе өсөн түгел, иле һәм халҡы өсөн янып йәшәй. Итбаевтың һәләтле уйнауы арҡаһында Вәзихтең барлыҡ уй-теләген тамашасы аңлап, бөтөн йөрәге менән тойоп, яҡын ҡабул итә, уның өсөн борсола, ауылдаштарының ошондай изге, дөрөҫ кешене аңламауына ҡайғыра.
Эшҡыуар Руслан Сәләховтың ошондай көслө шәхескә ҡаршы тороуын, хатта уны еңә алыуын артист Арсен Шәйхисламов оҫта итеп күрһәтә алған. Ул үҙ-үҙенә ныҡ ышана, шуға һәр саҡ тыныс, кешеләргә нисек итеп оҡшарға кәрәклеген яҡшы белә. Уны тәү тапҡыр күргәндән һуң бөтәһе лә: “Һәйбәт кеше, һис тә алдаҡсыға оҡшамаған”, — тигән фекерҙе юҡҡа ғына әйтмәй. Руслан ни тиклем йылмайып, йомшаҡ итеп һөйләшһә, унан шул тиклем ҙур ҡурҡыныс янауы тойола. Артистар Марс Итбаев менән Арсен Шәйхисламов һис шикһеҙ сағыу образдар ижад иткән һәм спектаклдең уңышына ҙур өлөш индергән.
Илгизә ролен башҡарған Айгөл Зәйнуллина хәтерҙә ҡалырлыҡ образ тыуҙырған. Героиняның эмоциональ көсөргәнеш кисергән мәлен шаштырмайса, әммә бөтөн күңелен һалып, ышандырырлыҡ итеп уйнай актриса.
Яңы замандың аяуһыҙ машинаһы тәгәрмәсе аҫтына эләккән таҙа күңелле, әммә бер ҡатлыраҡ Нәзир образын Юнир Мансуров еренә еткереп башҡарҙы. Тамашасылар уның яңылышыуҙары өсөн асыулана ла, шул уҡ ваҡытта аяныслы хәлен аңлап ҡайғыра ла. Ошо йәһәттән был образ уйнау өсөн ҡатмарлы ғына, әммә йәш актер режиссер ҡуйған бурысты барыбер еренә еткергән.
Иң ауыры Шәүрә образылыр. Ул һәр ваҡыт тиерлек сәхнәлә, ә һөйләр һүҙе, репликаһы бик аҙ. Шуға ҡарамаҫтан актрисаға образдан сыҡмаҫҡа, һәр саҡ героиняның эске тойғоһон, күңел хәрәкәтенең ҡайҙа алып барыуын һиҙергә һәм күрһәтергә кәрәк. Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзилә Әбдрәшитова был мәсьәләне уңышлы үтәгән.
Әҫәрҙең төп идеяһын асыуҙа, уның эмоционаллеген күрһәтеүҙә Латифа (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фариза Хәсәнова) менән Ғәббәс (артист Салауат Вәлиев) образдары ҙур роль уйнай. Уларҙың Вәзихкә әкренләп ҡаршы сыға башлауы һәм һуңғы сиктә уны тыңламайынса аҡсаға алданып ерҙәрен һатырға булыуы ышандырырлыҡ итеп күрһәтелә. Ә инде аҙаҡтан ике образдың да төп башына ултырыуын күргәс, тамашасы күңелендә был геройҙарҙы йәлләү тойғоһо тыуа, улар менән бергә ҡайғыра.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры бөгөн ауылдарҙы ғына түгел, ә тотош халҡыбыҙҙы борсоған, көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемалы, уйландырғыс спектакль ижад иткән. Ошо урында драматург Наил Ғәйетбайға рәхмәт һүҙе әйтеп китеү урынлы булыр. Ул һәр әҫәрендә тамашасыларға яҡын теманы күтәреп сыға. Наил Ғәйетбай комедияны күп яҙа, тибеҙ. Ысынлап та, ул — утыҙҙан ашыу комедия авторы. Әммә уларҙың һәр береһендә бөгөнгө тамашасыны борсоған, хәл ителергә тейешле проблема күтәрелә. Мәҫәлән, Өфө “Нур” татар театрында барған “Иреңде миңә һат” әҫәрендә бөгөнгө йәштәрҙең ауыр хәле, уларҙың бер кемгә лә кәрәкмәгәнлеге, аҡсаһыҙлығы, фатирһыҙлығы аяныслы итеп күрһәтелә. Ә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында барған “Күңелле йәшәйбеҙ” сатирик комедияһында бөгөн илебеҙҙә ҡот осҡос үҫеш алған ришүәтселектән әсе көлә. Наил Ғәйетбай комедияларында кешеләрҙең бер-береһенә битарафлығын (“Үҙ бисәмә өйләнәм”), йәштәрҙең ҡауышыу проблемаһын (“Нисек кейәүгә сығырға?”), ауылдан ҡыҙҙарҙың күпләп китеүе арҡаһында егеттәрҙең өйләнә алмауын (“Ауылға ҡыҙҙар килде”) күрһәтә, иғтибар үҙәгенә ҡуя. Әммә авторҙы комедиограф тип кенә ҡарарға ярамай. Уның данлыҡлы шәхестәребеҙгә, илебеҙ тарихына бағышланған әҫәрҙәре лә бихисап. Мәҫәлән, Салауат Юлаев (“Еңеү” һәм “Салауат алты йәшендә”), Буранбай (“Любезники-любизар”), Аҡмулла (“Аҡмулланың аҡ төндәре”), Бабич (“Йыр булып ҡайтырмын”), Һәҙиә Дәүләтшина һәм Рәми Ғарипов (“Төн”), Мостай Кәрим (“Өфө һәм теүәтәй”). Ә Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған “Һуғыштың ике йөҙө” драмаһында төп геройҙар булып Сталин, Молотов, Гитлер һәм Риббентроп хәрәкәт итә.
Наил Ғәйетбай — бөгөн иң әүҙем яҙышҡан драматургтарҙың береһе. Ошо арала ғына Сибайҙың “Сулпан” балалар театрында бер-бер артлы ике пьесаһының премьераһы булды: “Өфө һәм теүәтәй”, “Урал батыр”. Шулай уҡ уның пьесаһы буйынса Әлмәт татар театрында “Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ”, Минзәлә татар театрында “Ҡыҙҙар — йондоҙҙар” комедиялары сәхнәләштерелде. Ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры июнь башында уның “Бер мәл санаторийҙа...” комедияһын күрһәтте. Драматургка һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективына яңы ижади уңыштар ғына теләйек.
Д. ВАҺАПОВА.
Сибай ҡалаһы.