Алтын тамыр26.06.2012
Академик Марат Илһамовҡа

*Әйүкә лә тигән һырт өҫтөндә
Өйкөм-өйкөм үҫә алтын тамыр, —
Кемдер белә быны, кемдер белмәй,
Белгән кеше барыр, эҙләр, табыр.

Мин дә барҙым, таптым, ғәжәп ҡалдым:
Сәскәләре тоноҡ, һандал-һары,
Һаҡһыҙ тейһәң, сурт һынырға тора —
Бигерәк мурт шул нескә һабаҡтары.

Япрағында, күҙ йәшеләй, яна
Бөрсөк-бөрсөк тутыҡ тамсылары,
Әҙәм килбәтенә оҡшап ҡуя
Ике сатлы кәк(е)ре тамырҙары...

Ләкин ниндәй тиңһеҙ тылсым ҡайнай
Сибек кенә ошо бер үләндә:
Ҡышҡы сасҡауҙарға бирешмәҫлек
Сихри көстәр унда бөрөләнә!

Семтем тупраҡҡа ла сат йәбешкән,
Күк ташты ла тишкән был мөғжизә!
Уны эсһә, сырхау бабайҙар ҙа
Йүгереп китә, баҫһа — баҡыр иҙә.

Мин дә эстем уны, хайран ҡалдым:
Йыуып алған һымаҡ, бөттө зарым...
Башҡортома женьшень зарур түгел —
Алтын тамыр ғына булһын бары!

Сит яҡтарҙан сихәт эҙләмәйек,
Буштан-бушҡа ҡатырып башҡайҙарҙы:
Һауыҡтырыр үҙебеҙҙең дауа
Тән сирҙәрен, йәндең ҡаҡшауҙарын!

Үҙебеҙҙең шифа йолоп ҡалыр —
Ҡаңғырғанда илем, затым, халҡым...
Еребеҙҙең өҫтө — алтын тамыр,
Аҫты ла бит — алтын, алтын, алтын.

*Әйүкә — Әбйәлилдә академиктың тыуған ауылы Ярлыҡаптан алып Яңы Балапан ауылына тиклем Ҡырҡтытауға ҡушарлап һуҙылған алтын мәғдәненә бай һырт.

Әбйәлил

Әбйәлилдә тауҙар офоҡтарҙы
Асманғаса тора таянып.
Ә далалар Себер киңлегенә
Ҡушылғандар, монар тағатып.

Бейеклектәр менән сикһеҙлекте
Ҡауыштырған бында ниндәй көс?!
Тауҙар сәмен, үҙәндәрҙең ғәмен
Табыштырған бында ниндәй хис?!
Ул хис, ул көс — беҙҙең йөрәк уты,
Ул хис, ул көс — беҙҙең яҡташтар,
Беҙ булғанға — дала алтын игә,
Хазиналар һибә күк таштар.

Әбйәлилдә күлдәр, диңгеҙ кеүек,
Аҡ елкәндәр ҡыуа, сайҡалып,
Урмандарға керһәң, ҡоштар кеүек,
Йырлап ебәрәһең, таң ҡалып.

Ҡауыштырған бында ниндәй көс?!
Аҡсарлаҡтар менән былбылдарҙы
Табыштырған бында ниндәй хис?!
Ул хис, ул көс — беҙҙең йөрәк уты,
Ул хис, ул көс — беҙҙең яҡташтар,
Беҙ булғанға — күлдәр көмөш һыулы,
Бал еҫтәре бөркә ағастар.

Ер йөҙөндә Әбйәлилдә, ахыры,
Ожмахтарға тиңдәш сәхрәләр,
Башҡортостан — гөл баҡсаһы икән,
Беҙҙә үҫә иң хуш сәскәләр.

Матурлыҡтар менән батырлыҡты
Ҡауыштырған бында ниндәй көс?!
Ҡурай моңо менән йыр-бейеүҙе
Ярыштырған бында ниндәй хис?!
Ул хис, ул көс — беҙҙең йөрәк уты,
Ул хис, ул көс — беҙҙең яҡташтар,
Әбйәлилдә тыуыу — оло бәхет,
Беҙҙең яҙмыш бында уҡмашҡан.

Ҡарағас
(Башҡорт)

— Мин — ҡарағас,
Мин — шундай ҡарт ағас,
Үҙ йәшемде хатта оноттом,
Бөгөнгөләй әммә хәтеремдә
(Рәхмәт инде, рәхмәт Тәң(е)ремә!)
Әҙәм менән Һауа яратылғас,
Улар рухын иң тәү мин оттом,
Уралтауға иң тәү мин ҡал(ы)ҡтым,
Иҙел һыуын иң тәү мин йоттом,
Ҡырҡты ҡаяһына менеп баҫтым —
Ҡурғаусыһы булдым ил-йорттоң.
Тормош ҡото, донъя даланы тип
Табынмаһа миңә мең быуын, —
Йондоҙҙарға ашып, асманғаса
Етер инеме ни был буйым?!
Ҡояш еле наҙлай иңдәремде,
Сәстәремде тарай ай-тараҡ, —
Башҡорт еркәйенә еректем мин,
Ғәзиз күккә торам мин ҡарап.

— Мин — ҡарағас,
Мин — яралы ағас,
Тотош сайыр минең олоном,
Гелән иҫтә, гелән бәғеремдә
(Алдан яҙылғанмы тәҡдиремә?!)
Көмбәҙемдә ҡоштар һайрағанда,
Төптәремдә эттәр олоно;
Балта болғап килде яуыз заттар
Ҡолатмаҡҡа мине, киҫмәккә,
Ботағыма берәү яҡын дуҫын
Аҫып китте тиктән-тиктәҫкә
Күләгәмдә, сәскәләрҙе иҙеп,
Гонаһ ҡылды нәфсел уйнаштар,
Янымда ут яғып, тамырымды
Саҡ-саҡ ҡоротманы алкаштар,
Күпте күрҙем, күпте кисерҙем мин;
Ҡат-ҡат атты мине йәшендәр...
Мин — ҡарағас,
Ғазап сиккән ағас,
Минең йәшем — тарих йәшендә.

— Мин — ҡарағас,
Мин — һаман йәш ағас,
Яҙҙар көлһә, йәнә йәшәрәм,
Тыуыр быуаттарға әйтәм зекер
(Сикһеҙ ғүмер бирҙе Тәң(е)рем, шөкөр!)
Мәңге туймаҫ тәнем — нур эсеүҙән,
Мәңге туймаҫ йәнем — йәшәүҙән!
Йыһан сыңын тота ылыҫтарым,
Заман саңын йота сатырым;
Солоғомда гөжләй бал ҡорттарым,
Һушты ала йыйған бал-һуттары,
Хуш еҫ бөркөп йөҙәр саҡ(ы)рым;
Тубырсыҡтарымды тейен тирә,
Орлоҡтарым оса алыҫҡа, —
Бешәләрем-балаларым үҫә
Дауылдарға ҡаршы алышҡа:
Былбыл йырлай миндә,
Бөркөт саңҡый,
Малай-шалай уйнай йәшенмәк...
Мин — ҡарағас,
Өмөт сәскән ағас,
Минең йәшем — Ерҙең йәшендә.

Әсхәл Әхмәт-Хужа


Вернуться назад