Әбйәлилдең данлы улы26.06.2012
Әбйәлилдең данлы улыКүренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның 70 йәшлек юбилейы айҡанлы байрам кисәләре дауам итә. Әҙиптең тыуған ауылы Амангилделә иһә сара айырыуса күңелле ойошторолдо. Әҙәби осрашыуға шағирҙың ҡәләмдәш дуҫы Венер Йәнбәков, шулай уҡ шағир Ғәле Ильясовтың тормош иптәше Шәрифә ханым, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Сәйҙә Ильясова, шағир Мәхмүт Һибәттең тормош иптәше Хәмдиә апай һәм башҡалар килде.

Осрашыу яҙыусының шәжәрәһе менән танышыуҙан башланды. Әхмәтҡужиндар шәжәрәһе быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, илебеҙгә данлы улдар һәм ҡыҙҙар бүләк иткән затлы тоҡомдарҙың береһе. Фойела Әсхәл Әхмәт-Хужа ижадына арналған күргәҙмә эшләне, түрҙән уның китаптары урын алды.
Шағир өсөн үҙе тәпәй баҫҡан ере, тыуған ауылы иң изгеләрҙән һанала. Бала саҡҡа йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡайтырға ярҙам иткән төрлө хәтирәләр, күңел кисерештәре, ауылдаштар менән йылы осрашыуҙар — быларҙың барыһы ла шағирҙың күңелендә тыуған ауылы өсөн ғорурлыҡ хисе уятмай ҡалманы. Байрам хужаһы, ҡыуанысын йәшерә алмайынса, былай тине:
Әбйәлилдең данлы улы— Шатлығымды уртаҡлашыр өсөн иң тәүҙә тыуған ауылыма ҡайттым, сөнки мине үҫтергән тыуған ер, атай нигеҙе үҙенә тарта, тап ошо төбәккә рәхмәтем сикһеҙ.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Раян Фәттәхов шағирҙы хөрмәтләп, уны иң беренселәрҙән булып ауылдың почетлы гражданы итеп ҡабул итте. Киләсәк быуында әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, йәш ижадсыларҙы табыу һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында Амангилде урта мәктәбендә Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге премия 2007 йылда булдырылған. Был юлы бәхет Миңһылыу Кирәева, Фәнис Низамов һәм Сынтимер Вәлиевтәргә йылмайҙы.
Кисәлә Әсхәл Әхмәт-Хужа һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Юбилей уңайынан һәүәҫкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина шағир һүҙҙәренә яҙған “Бала” исемле йырҙы тамашасыларға Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Сәйҙә Ильясова бүләк итте. Шағирҙың тәүге уҡытыусыһы Шәмсеҡәмәр инәй Дәүләтованың да ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе.
Арабыҙҙан бик иртә киткән талантлы шағир Ғәле Ильясовтың тормош иптәше Шәрифә ханым, ире вафат булғас, Әсхәл-Әхмәт Хужаның уларҙың ғаиләһен ташламағаны, бар яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.
Был көндө үҙ улын ололап, шағирға хөрмәт һәм ҡәҙер күрһәтеп, уның ижад кисәһен үткәреп, Амангилде халҡы үҙен дә ҙурланы, сөнки шәхестәрен күтәргән халыҡ — үҙе лә бөйөк.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Фекерҙәр

“Ебәккә ынйы теҙелде” йыйынтығы тәржемәсе шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның үҙ поэтик ҡаҙанышы ғына булып ҡалмайса, хәҙерге башҡорт әҙәби тәржемәһенең яңы кимәлгә күтәрелеү дәрәжәһен күрһәткән уңыш юғарылығын ала, башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡаҙанышы булып әүерелә”.
(Ғайса Хөсәйенов. “Дуҫтарҙың дуҫлыҡ йыры” мәҡәләһе, “Совет Башҡортостаны” гәзите, 24.10.1982

* * *
“...Йәнә бер өлкәлә Әсхәл Әхмәт-Хужаның игелекле хеҙмәтен билдәләп үтке килә. Уның кескәй балалар өсөн яҙған хикмәтле һәм фәһемле шиғырҙары, әкиәттәре үҙҙәре айырым баһаға хаҡлы. Бөтә донъяла балалар өсөн яҙылған китаптарҙа көтөү-көтөү йөрөгән аттар, һыйырҙар, филдәр, бәрәстәр, айыуҙар, ҡуяндар, төркөм-төркөм осҡан ҡоштар, төрлө-төрлө бөжәктәр араһында Әсхәл Әхмәт-Хужа “тереклектәре” үҙҙәренсә төҫмөрләнә. Уларға авторҙың күҙгә салынмаҫ, күңелгә күренер тамғаһы һалынған. Үҙенсәлек тамғаһы.
Тәржемәләре лә, балаларға атап яҙылған әҫәрҙәре лә шағир өсөн бер өҫтәмә кәсеп түгел, ә тулайым ижадының ҡушылып үҫкән өлөштәре улар.
...Әсхәл Әхмәт-Хужа башҡорт әҙәбиәтендә үҙен, ал-ял белмәй ихлас хеҙмәт итеп, янып-көйөп, ил, халыҡ, намыҫ, өмөт тигән изге төшөнсәләргә иман килтереп, раҫланы...”
(Мостай Кәрим. “Мөғжизәләр юллап...”, мәҡәлә, “Башҡортостан” гәзите, 24.06.1992)

* * *
“...Әсхәл Әхмәт-Хужа — баштан уҡ тауышын, үҙ йөҙөн табып, шиғриәт иленә бары тик үҙенсә генә ярһыу темперамент менән килеп кергән шағирҙарҙың береһе. Уның характеры, ижади индивидуаллеге иң элек уға ғына хас образлылыҡ, Ким Әхмәтйәнов билдәләүенсә, “образды тотоп ҡарарлыҡ дәрәжәгә еткереп деталләштереү оҫталығы” менән бәйле. Өҫтәүенә уның үҙенең поэтик һыны, фиғеле лә эҙмә-эҙлекле мәғлүм бер күтәренке образдар теҙмәһен хәтерләтә. Быны шағир үҙенсәлекле символика рәүешендә — шиғри йыйынтыҡтарының исемдәре менән дә — нығытып ҡуя барған: тәүге китабын ул “Һыбай сыҡтым” тип атаған, артабан “Бәйге”, “Оран”, “Майҙан” һәм, ниһайәт, беҙҙең алда уның яңы тупланмаһы — “Толпарым”...”
(Рәшит Шәкүр. “Бауырҙаштарыбыҙҙың береһе”, Әсхәл Әхмәт-Хужаның “Толпарым” исемле китабын асып ебәргән баш һүҙ-мәҡәлә, Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1992)


Вернуться назад