Ҡайһы саҡта07.12.2011
* * *
Ҡайһы саҡта
Онотолғо килә
Һәм йотолғо килә
Бушлыҡтан.
Ваҡыт менән
Ярышып саба-саба,
Йөрәккәйем минең
Бышлыҡҡан.

Ауыҙлығын һалып
Уйҙарымдың,
Донъяһына һелтәп
Ҡулымды
Һәм төкөрөп
Таҡыр юлдарына,
Өр-яңынан башлап
Юлымды;
Сығып китәм
Башым һуҡҡан яҡҡа.
Теләһәгеҙ, әйҙә, нишләгеҙ,
Тик бер генә
Үтенесем һеҙгә
Юлдарыма арҡыры
Төшмәгеҙ.

Бар мәшәҡәт
Иңдән ҡолап ҡалыр,
Шунан артыҡ тағы
Ни кәрәк?!
Ләкин юлым
Урап һеҙгә ҡайтыр,
Ер шары бит сөнки
Түңәрәк...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад