Бөгөн беҙ, яңы быуат кешеләре, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре менән ғорурлана алабыҙ. Быуындан быуынға күсә килгән эпостар һәм дастандар, йырҙар һәм таҡмаҡтар, легендалар һәм риүәйәттәр, әкиәттәр һәм көләмәстәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, шәжәрәләр һәм тәүарихтар — былар барыһы ла ғалимдар тарафынан бөртөкләп йыйылған хазина. Әгәр ҙә экспедицияға йөрөп ошо рухи ҡиммәттәрҙе халыҡтан йыйыусы, боронғо яҙмаларҙы өйрәнеүселәр булмаһа, бындай уңыштарға өлгәшер инекме? Был йәһәттән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хеҙмәте айырыуса ҙур.
Абруйлы ғилми ойошманың 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолған тантанала юғарыла әйтелгән фекер йәнә раҫланды. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ғилми үҙәк хеҙмәткәрҙәрен сәләмләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе:
“Милли мәҙәниәтебеҙ һәм телдең киләсәге өсөн хәүеф тыуҙырған глобализация заманында ғилми үҙәктең тарихты һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге оло әһәмиәткә эйә, — тиелә Президентыбыҙ ҡотлауында. — Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса мөһим эштәр башҡарыла. Был йүнәлештә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ”.
80-гә яҡын ғалимдан торған ғилми институт сит илдәр менән дә бәйләнеш тота. Германия, Греция, Венгрия, АҠШ, Төркиә, Франция, Япония менән хеҙмәттәшлек мул емештәрен бирә.
— Грант алыу буйынса ла әүҙем эш башҡарыла, — ти институт директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. — Әгәр ҙә 2000 йылда беҙҙә бөтөнләй грант булмаһа, 2011 йылда 11 грант буйынса тикшеренеү эше алып барҙыҡ, быйыл улар 15-кә етте. Киләсәктә “Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте”, шулай уҡ Башҡортостан Президенты хуплаған “Көньяҡ Уралдың яҙма ҡомартҡылары” исемле күләмле проекттарға тотонорға ниәтләйбеҙ.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының эшмәкәрлегенә Рәсәй Фәндәр академияһының Президиумы ағзаһы Александр Куделин да юғары баһа бирҙе:
— “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”, “Башҡорт халҡының тарихы” кеүек күп томлы хеҙмәттәрҙең донъя күреүе лә ғалимдарҙың уңышлы эшләүе хаҡында һөйләй.
Институтты шулай уҡ “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов ҡотланы.
Айгиз Баймөхәмәтов