Милли музейҙа “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” китабы авторҙары “ТӨРКСОЙ”-ҙың почетлы билдәләре менән бүләкләнде. Бүләкте халыҡ-ара ойошманың генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы.
— Китап авторҙарына ошо почетлы билдәләрҙе тапшырыу минең өсөн оло мәртәбә, сөнки Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостан өсөн генә әһәмиәтле шәхес түгел. Уның исеме бөтә донъяла билдәле, — тине ул.
Бүләкләнеүселәр араһында Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының уҡыу үҙәге директоры Тәлғәт Сәғитов, яҙыусы Ғәлим Хисамов, мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова, китаптың дизайнеры, “Белая река” нәшриәте хеҙмәткәре Юрий Илингин һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге этносәйәсәт бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре Салауат Ҡасимов бар.
— Китаптың ҙур өлөшө күренекле мәғрифәтсе тормошона ҡағылышлы документтарҙан һәм фотоһүрәттәрҙән тора, — тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова. — Ул Башҡортостандың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға файҙалы буласаҡ.
Шулай уҡ Рудольф Нуриев исемендәге ХVIII Халыҡ-ара балет ансамбле фестивале лауреаттары, Башҡорт опера һәм балет театры артистары Ирина Сапожникова менән Валерия Исаева “ТӨРКСОЙ”-ҙың махсус премияларын алды.
М. ХӘБИБУЛЛИНА.