Туй07.12.2011
Борсомағыҙ әле мине,
Үҙем генә ҡалайым.
Тик йырҙарым менән генә
Үткәрәйем бал айын.

Һеҙҙең туйҙа йырлай алмам
Һәм йырҙар ҙа яҙалмам.
Ватыҡ бокал ярсыҡтары
Йөрәгемә ҡаҙалған.

Дуҫтар әйткән тостар, гүйә,
Яңғырай ясин булып,
Тотҡан бокалығыҙ ташҡан
Минең күҙ йәшем тулып.

Был туйҙа мин кейәү түгел,
Был туйҙа мин — аяҡсы.
Әйткән һүҙҙәрегеҙ — ялған,
Күҙҙәрегеҙ — алдаҡсы.

Хыялдарым дөм-иҫерек,
Өмөтөм ойой күптән.
Ярым тешләнгән сыр һымаҡ
Ай ҡарай миңә күктән.

Ә бит ҡасан ғына ул Ай,
Ике сикәһе тулып,
Йылмайып баҡҡайны миңә
Оялсан һылыу булып.

Һәм үбеште һандуғастар,
Йәшенеп кенә талға.
Шарап урынына моңдар
Тулды йөрәк-бокалға.

Сәкәштерҙек йөрәктәрҙе,
Ҡаршылап алһыу таңды.
Мөлдөрәмә тулы моңдар
Йондоҙҙар булып тамды.

Шул туй минең төшкә керә,
Тынғы бирмәй уйыма.
...Хушығыҙ! Һеҙҙе ҡалдырып,
Китәм мин үҙ туйыма.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад