Рәйес Түләкте юҡһынып07.12.2011
Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа ғына тормош
Бәғзе бәндәләргә бирә Хоҙай.
Бар белгәне карауат һәм өҫтәл,
Ҡаҙанышы уның шунан уҙмай.

Оҙон тормош, ҡыҫҡа ғына ғүмер
Насип берәүҙәрҙең өлөшөнә:
Бишегенән һикереп төшөү менән
Егелә ул аттай ил эшенә.

"Ер һөрҙөмө, иген иктеме?" — тип,
Ишетелә... Эттәр өргөләйҙәр.
Аттың һайрағынан ишеткән юҡ,
Һандуғастан ерҙе һөрҙөрмәйҙәр.

Ә һин һөрҙөң. Тамсы зарланманың,
Һынатманың хатта һабандарҙа.
Һайрап һөрҙөң. Сөнки беҙ йәшәйбеҙ
Һандуғасты егер замандарҙа.

Ҡыҫҡа ғына ғүмер, оҙон тормош
Насип булды һинең өлөшөңә.
Һабан тартҡан һандуғастай булып,
Йырың ҡушылып бара ил эшенә.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад