Килештәр07.12.2011
Телебеҙҙә алты килеш, —
Улар менән килешәм.
Килештәргә килештереп,
Фекеремде бүлешәм.
Төп килеш:
Кем тиһәң, ул — төп кеше,
Күкрәк ҡағыу төп эше.
Урын ваҡыт килеш:
Урыны һәр саҡ түрҙә,
Ваҡыты булмай бер ҙә.
Төшөм килеш:
Ҡорған ул бөтә эшен
Тик алыр өсөн төшөм.
Сығанаҡ килеш:
Һис тә тартынып тормай,
Гел халыҡтыҡын урлай.
Төбәү килеш:
Миллион күҙҙәр түбәндән
Уға ғына төбәлгән.
Эйәлек килеш:
Гүйә, донъяға эйә,
Күпме кеше баш эйә.
Салауат Әбүзәров