Мая
07.12.2011
Бындай кистәр ҡабатланмаҫ,
Ҡабат янмаҫ был хистәр.
Был кис беҙҙең йәнебеҙгә
Ғүмерлек бер нур өҫтәр.
Осраштыҡ һәм... айырылыштыҡ...
Күктә ята ай тулып.
Беҙҙең керһеҙ мөхәббәткә
Ҡалғандай мая булып.
Салауат Әбүзәров
Вернуться назад