Өкө07.12.2011
Сыҙар хәлдәрем ҡалманы,
Тамам тәҡәтем бөттө.
Әллә йәнемә оялап,
Үкһей ҙә, үкһей өкө.

Күңелемде төн сорнаған,
Исмаһам, шундай саҡта
Саҡ ҡына өмөт уятып,
Саҡырып ҡуймай Саҡ* та.

Яна йөрәк — ялҡын етмәй,
Һалҡын етмәй — туңамын.
Ҡараңғыла күҙҙе асам,
Яҡты булһа, йомамын.

Көлөр мәлдә — йәш төйөлә,
Илар хәлдә — көләмен...
(Ә күңелдә теге өкө
Һаман һуҙа өләңен).

Беләмен, һин киттең ташлап,
Бүлдең йәнде икегә:
Минең менән тик төн ҡалды, —
Мин әйләндем өкөгә...
__________
*Саҡ менән Суҡ әкиәтенән

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад