Елкән кирҙем24.01.2012
...Мин тағы ла елкәндәрҙе кирҙем,
Күрҙем: тағы диңгеҙ шашына.
Йүгән күрмәҫ ажар айғыр кеүек
Бәрә ялын ҡая ташына.

Тояҡтары менән ташты онтап,
Ярға сапсып бәрә ҡом итеп.
Ошо таныш саялыҡты күреп,
Йөрәгемде ала ҡон өтөп.

Минән алда йөрәк һикерерҙәй
Ҡуйынына ошо ташҡындың.
(Хәтеремдә, тәүге тапҡыр йәрҙе
Үпкән саҡта шулай ашҡындым)

Минән алда йөрәк һикерерҙәй...
Тимәк, әле таша дарманым.
Былай булғас, теҙгенемде ташлап,
Айғыр ыңғайына бармамын!

Һиңә әйтәм, диңгеҙ! Һиңә!.. Һиңә!..
Ниндәй ғәйрәт сәсеп ашҡынма,
Ярһыуыңдан, аҡ күбеккә батып,
Һин туларһың табан аҫтымда!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад